Кисә Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Коротков ҡапыл вафат булды. "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы белдереүенсә, ул бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә һәләк булған.
Александр Коротков кисә, 16 мартта, Матрай ауылында Уҡытыусы һәм остаз йылын асыуҙа ҡатнашҡан. Саранан һуң ул Йылайырға ҡайтҡан. Бәхетһеҙ осраҡ уның йорто ихатаһында теркәлгән: Александр Коротковты ҡыйыҡтан иреп төшкән ҡар ҡатламы ҡаплаған, тип фаразлана.
Александр Коротков оҙаҡ йылдар Йылайыр районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләне. 2000 йылдар башында Матрай урта мәктәбен етәкләй.
Башҡортса иркен һөйләшкән һәм аралашҡан Александр Коротков "Башҡортостан" гәзитенең дә бик яҡын дуҫы ине. Сибай ҡалаһында ойошторолған гәзиттең 95 һәм 100 йыллыҡ юбилейҙарында уның бик матур башҡортса сығышын күптәр һоҡланып ҡабул иткән ине. Бик йәл... Беҙ уның ғаиләһенең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Башинформ"