“Хәҙер ҡулаҡса урынына банк картаһы менән иҫәпләшеү ғәҙәти күренешкә әйләнде. Тик уны юғалтҡан осраҡта нимә эшләргә?
Илфат”.
– Кешенең картаһынан аҡса урлау – ул ауыр енәйәт. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексы 158-се статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, бының өсөн 100 000 – 500 000 һум йәки бер һәм өс йыллыҡ эш хаҡы күләмендә штраф һалыу, шулай уҡ алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү менән бергә 80 мең һумғаса штраф янай.
Әгәр үҙегеҙ йәки балағыҙ банк картаһы тапһа, нимә эшләргә?
– Уны файҙаланмағыҙ.
– Банкоматтан аҡса алмағыҙ, аҡсаһын башҡа картаға күсермәгеҙ.
– Табылған карта менән бер ниндәй магазинда ла, ғөмүмән, бер ҡайҙа ла иҫәпләшмәгеҙ.
– Карта хужаһын үҙаллы, социаль селтәрҙәр аша табырға тырышмағыҙ.
– Банк картаһын полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырығыҙ.
Ошо үрҙә әйтелгәндәр тураһында балаларға аңлатыу яҡшы. Юғиһә күптәр был хаҡта белмәй, ҡайһы саҡта белһә лә инҡар итә. Тағы енәйәт яуаплылығы – 16, ә ауыр енәйәттәр өсөн яуаплылыҡ 14 йәштән ҡаралған. Ошо хаҡта ла балаларға аңлатырға кәрәк.
Айһылыу НИЗАМОВА