“2014 йылдың 18 мартында тарихи хәҡиҡәтте раҫлаусы ҙур ваҡиға булды һәм был көн донъяла яңы, яҡшы үҙгәрештәр килтерҙе.
Туғыҙ йыл эсендә был төбәктәр тулыһынса Рәсәйҙең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде һәм иҡтисади-социаль, мәҙәни ептәр менән үрелде. Шуға ул ваҡиғалар дөрөҫ һәм ғәҙел ине һәм бөгөнгө көндә быға бер ниндәй ҙә иҫбатлау кәрәкмәй!
2015 йылда Ҡырым башлығы Сергей Аксенов менән Ялта халыҡ-ара иҡтисади форум үткәргәндә унда 13 дәүләт вәкиле ҡатнашҡайны, ә 2019 йылда 89 ил форум ҡатнашыусы булырға теләк белдерҙе. Был да ҙур аҙым булды. Хеҙмәттәшлек дауам итә.
2014 йылда Башҡортостан иң тәүгеләрҙән булып Ҡырымдың Белогорск районын шефлыҡҡа алды һәм артабан бәйләнештәр нығына ғына бара, беҙ төрлө йүнәлештә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Иманым камил, Рәсәй составына ингән яңы төбәктәр ҙә ошо юл аша үтеп, нығыныр, хеҙмәттәшлек тә артыр.
Туғыҙ йыл элек Рәсәй бөтә донъяға неонацист режимына ҡаршы тора алыуыбыҙҙы иҫбатланы һәм был көрәш бөгөн дә дауам итә. Рәсәй – күп милләтле ил, әммә бында халыҡ берҙәм, дуҫлыҡ, бер идеялыҡ тантана итә. Шуға илебеҙ мәнфәғәтен яҡлап бөгөн төрлө милләт вәкилдәре көрәшкә баҫты, улар араһында Башҡортостан егеттәре лә бар!
Бөгөн республикала Ҡырымдың Рәсәй менән ҡушыуы көнөнә арналған төрлө патриотик саралар үтә: күргәҙмәләр, кино күрһәтелә, осрашыуҙар ойошторола – былар ҙа шул берҙәмлектең бер билгеһе ул!
Ошо берҙәмлек ҡаҡшамаһын!
Һәммәгеҙгә тыныслыҡ теләйем!” – тип мөрәжәғәт итте социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә етәксе.