Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2023, 23:00

"Уларҙың миссияһы айырыуса мөһим"

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әле тармаҡ хеҙмәткәрҙәре менән күреште – ул өсөнсө тапҡыр үткәрелгән “Арт-Ҡоролтай” форумында ҡатнашты.

"Уларҙың миссияһы айырыуса мөһим"
"Уларҙың миссияһы айырыуса мөһим"

– Миңә һәр ваҡыт мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуы ҡыҙыҡлы, сөнки уларҙың миссияһы айырыуса мөһим: милли йолаларыбыҙҙы, күп милләтле халыҡтың мәҙәниәтен, тарихын һаҡларға һәм артабан үҫтерергә, йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләргә кәрәк!

Шуға беҙ артабан да мәҙәниәт өлкәһенә, ҡыҙыҡлы, сағыу проекттарға, һәләтлеләргә ярҙам итәсәкбеҙ. Федераль кимәлдә, мәҫәлән, 2019 йылдан алып ҡарағанда, был өлкәне финанслау ете тапҡырға – 1,4 миллиард һумға тиклем артты! – тип белдерҙе сығышында Радий Фәрит улы.

Етәксе һүҙҙәренсә, мәҙәниәт объекттарын төҙөү, яңыртыу дауам итәсәк. Бынан тыш мәҙәниәт өлкәһе белгестәре лә, шул иҫәптән ауылда эшләүселәргә күп һанлы махсус программалар аша ярҙам буласаҡ.

– Махсус хәрби операция зонаһына барып, саралар ойоштороп, яугирҙәребеҙҙең рухын нығытыуға өлөш индергән артистарыбыҙға айырыуса рәхмәт! Был - киләсәк өсөн мөһим аҙым, – тип тә өҫтәне республика Башлығы.

"Уларҙың миссияһы айырыуса мөһим"
"Уларҙың миссияһы айырыуса мөһим"
"Уларҙың миссияһы айырыуса мөһим"
"Уларҙың миссияһы айырыуса мөһим"
"Уларҙың миссияһы айырыуса мөһим"
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: