Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында үҙенең көсөн һынай.
Улар бер көнлөк саралар менән генә түгел, үҙҙәренең еңеүгә лайыҡлы икәнлектәрен йәшәү-көнкүрештәре, ҡылған ғәмәлдәре менән дә иҫбатлап килә. Халҡыбыҙҙың көй-моңдарын да онотмайҙар. Күптән түгел ауылдың ағинәйҙәре, моңға маһирҙары йыр проектында ҡатнашып ҡайтҡан. Милли ризыҡтарыбыҙҙы ла үҙ итә, данлай белә кинйәабыҙҙар. Гөлфиә менән Фәнис Рахманғоловтар йортонда яңыраҡ ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ҡаҙы тултырырға йыйылған. Был берҙәмлеккә өндәүсе сара ла булып тора.
Тағы ла бер изге ғәмәлдәре менән өлгө була белә кинйәабыҙ халҡы. Ошо көндәрҙә ауылдан биш ир-егет ҡан тапшырырға барған.
- Беҙҙең төп маҡсат хәрби операцияла яраланған һалдаттарға ярҙам итеү. Ошо ниәт менән ҡан тапшырырҙыҡ, - ти Свобода ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Рахманғолов.
Әйткәндәй, ауыл хакимиәте башлығы ауылдаштарына үҙе лә өлгө була белә. Ҡан тапшырғанда ла беренсе булып йөрөй, йырларға кәрәккәндә сәхнәгә лә күтәрелә, йәйәнән уҡ атыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. Кисә Федоровка районының Юлдаш ауылында уҙғарылған йәйәнән уҡ атыу ярышында ла ир-егеттәр араһында Фәнис Рахманғолов еңеү яуланы.
Кинйәабыҙҙарға "Айыҡ ауыл" конкурсында уңыштар теләйбеҙ.
Фотолар ауыл хакимиәте архивынан.