Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2023, 19:10

Башҡортостан Ирандан ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡайтты?

Сәфәр ваҡытында биш миллион долларға экспорт килешеүҙәре төҙөлгән, ҡалғаны – ентекләп өйрәнеү өсөн килешеүҙәр

Башҡортостан Ирандан ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡайтты?
Башҡортостан Ирандан ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡайтты?

11–14 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә республиканың рәсми делегацияһы Иран Ислам Республикаһына ҙур эш сәфәре менән барҙы. Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә сәфәргә йомғаҡ яһалды.

Билдәле булыуынса, Иран Ислам Республикаһы 40 йылдан ашыу Көнбайыш илдәре санкциялары аҫтында йәшәй. Әммә Рәсәйгә ҡаршы ла санкциялар индергәнсе, Башҡортостанда Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тышҡы сауҙа бәйләнешен Азия һәм Яҡын Көнсығыш илдәренә йүнәлтеү буйынса эш башланғайны. Ә Иран менән беҙҙең мәҙәни, дини һәм иҡтисади оҡшашлыҡтар байтаҡ. Шуға күрә ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек үҫешә башланы, һәм әлеге сәфәр ошо юҫыҡтағы тәүге аҙымдарҙың береһе ине.

Рәсми делегация составына, Хөкүмәт ағзалары һәм профилле министрҙарҙан тыш, 70-тән ашыу ҙур, уртаса һәм бәләкәй бизнес вәкилдәре инде. Бик бай эшлекле программа әҙерләнгәйне. Башҡортостан вәкилдәре Иран Ислам Республикаһының иҡтисади мәсьәләләр буйынса вице-президенты Мохсен Резаи, илдең министрҙары менән осрашты. Эшҡыуарҙар араһында нефть һәм тау сеймалын табыу, химия, ағас эшкәртеү, мебель сәнәғәте, төҙөлөш һәм логистика өлкәләре, шулай уҡ агросәнәғәт комплексы компаниялары вәкилдәре бар ине.

– Бәйләнеш-кооперация биржаһы сиктәрендә Башҡортостан компаниялары Иран бизнесы вәкилдәре менән 250-нән ашыу осрашыу уҙғарҙы. Нефть-газ тармағы, шулай уҡ агросәнәғәт секторы һәм логистик өлкә продукцияһы айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Сәфәр ваҡытында биш миллион долларға экспорт килешеүҙәре төҙөлдө, ҡалғаны – ентекләп өйрәнеү өсөн килешеүҙәр, – тине республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса ҡайһы бер килешеүҙәргә өлгәшелгән. Мәҫәлән, сәнәғәт тармағында Иран министрҙары менән осрашыу ваҡытында сәнәғәт кооперацияһы һәм компетенциялар менән алмашыу мәсьәләләре тикшерелгән, нефть-газ ҡорамалдарын экспортлау һәм импортлау, нефть тармағы өлкәһендә һәм башҡа тармаҡтарҙа инновациялар һәм технологиялар менән алмашыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килешелгән.

Ирандың нефть һәм газ сығарыу компаниялары “Бурсервис” Башҡортостан компанияһының юғары технологиялы сервис хеҙмәттәре менән ҡыҙыҡһынған. Ирандың быраулау һәм сервис компаниялары менән скважиналар быраулау өсөн заказсыларҙың уникаль талаптары буйынса эшләнгән юғары технологиялы ҡорамалдар поставкалауға контракт төҙөү планлаштырыла.

Сәнәғәт ҡорамалдары һәм приборҙары ла Иранда ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Атап әйткәндә, ҙур нефть сығарыу компанияһына порт ҡорамалдары өсөн сығым үлсәгестәре талап ителә, уларҙы “Автоматизация-Метрология-ЭКСПЕРТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәҡдим итә ала. “Mapsa” компанияһы Башҡортостандың нефть һәм газ сығарыу өсөн ҡорамалдар етештереү менән шөғөлләнгән бер нисә компанияһына яуап визиты менән килергә йыйына.

Эре дистрибьюторҙар, суднолар компанияһы, шулай уҡ алтын табыу предприятиеһы Башҡортостанда етештерелгән майлау материалдары менән ҡыҙыҡһынған. Осрашыуҙарҙа Башҡортостандың “Девон” заводында Иран сауҙа маркалары аҫтында продукция етештереү һәм Исфаханда берлектәге предприятие булдырыу мөмкинлектәре тикшерелде.

NIORDC милли нефть эшкәртеү һәм бүлеү компанияһы беҙҙең “НПП ОЗНА-Инжиниринг” йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итмәксе. “УралЛесЭкспорт” һәм “Башмебель” компаниялары менән Иран мебель етештереүселәре бәйләнеш булдырмаҡсы.  “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” йәмғиәте OIL TURBO COMPRESSOR (ОТС) компанияһы вәкилдәре менән бер нисә осрашыу үткәргән, уның сиктәрендә газ турбинаһы двигателдәрен поставкалауҙы ойоштороу һәм был двигателде етештереү мәсьәләһе өйрәнелгән. Шулай уҡ технологиялар өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләһе тикшерелгән, уның сиктәрендә беҙгә Ирандан медицина һәм лаборатория, һыу һәм энергетика ҡорамалдарын, креатив индустрия продукцияһын, шул иҫәптән хәүефһеҙлек сертификаты менән уйынсыҡтар (Ҡытайҙан алынған тауарҙарға ҡарағанда хаҡтары 30-50 процентҡа кәмерәк) килтереү өйрәнелә. Республика территорияһында берлектә ошондай уйынсыҡтар етештереүҙе ойоштороу мәсьәләһе ҡарала.

– Ауыл хужалығы өлкәһенә килгәндә, тармаҡ продукцияһын поставкалауҙы киңәйтергә һөйләшеп килештек. Республикабыҙҙың агросәнәғәт комплексының экспорт ҡеүәте Иранға иген культураларын һәм үҫемлек майын оҙатыуҙы йыл һайын кәмендә 100 мең тоннаға тиклем арттырырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ унда минераль ашламалар һәм биопрепараттар, мал аҙығы культураларын ебәреү мөмкинлеге бар. Иран яғы һөт ризыҡтарын һатып алыуға ҡыҙыҡһыныу белдерә, ассортимент аныҡлана, – тине министр.

Үҙ яғынан Иран предприятиелары сәсеү майҙандарын химик эшкәртеү өсөн Башҡортостанды пилотһыҙ осоу аппараттары менән тәьмин итеү тәҡдиме менән сығыш яһаған. Бынан тыш, улар беҙгә бройлерҙар үрсетеү һәм йомортҡа һалған тауыҡтар, киптерелгән емеш-еләк, сәтләүек, хәлүә һәм тәм-том өсөн ҡорамалдар һатырға теләй. Компрессорҙар етештереү, ылымыҡтар үҫтереү һәм уларҙан косметик препараттар етештереү, томат пастаһы нигеҙендә аҙыҡ-түлек етештереү, сәй төрөүҙе ойоштороу буйынса проекттары менән “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә үҙ производстволарын урынлаштырыу буйынса айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергәндәр.

Мәҙәниәт, мәғариф һәм туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлек буйынса Быйыл көҙ, Республика көнө алдынан, Башҡортостанда Иран көндәрен үткәреү планлаштырыла. Иран делегацияһы быйыл майҙа “ГАЗ. НЕФТЬ. ТЕХНОЛОГИЯЛАР-2023” күргәҙмәһендә ҡатнаша, уның сиктәрендә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге һәм Ирандың ғилми учреждениелары араһында килешеүҙәр төҙөү планлаштырыла.

– Туризмды үҫтереү һәм эшлекле бәйләнештәрҙе әүҙемләштереү маҡсатында Өфөнән Тегеранға тура авиарейс асырға планлаштырабыҙ. Быйыл апрелдә үк Башҡортостан Республикаһының турист операторҙары илдең туристик ҡеүәте менән танышыу, сәфәрҙәрҙең перспективалы йүнәлештәрен, ҡунаҡхана инфраструктураһын билдәләү маҡсатында Иранға барырға уйлай. “Өфө” халыҡ-ара аэропорты Федераль һауа транспорты агентлығынан Башҡортостандың баш ҡалаһы һәм Тегеран араһында авиабәйләнеште ойоштороуға рөхсәт алды, авиакомпания-партнер эҙләйҙәр, – тине Маргарита Болычева.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: