Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2023, 18:40

Быйыл күпме ремонт яһалыр?

Быйыл 30 муниципалитетта 206 ихата биләмәһен яңыртыу күҙаллана. “Башҡортостан ихаталары” программаһының бюджеты уҙған йыл менән сағыштырғанда 200 миллион һумға – 1,2 миллиард һумға тиклем артты.

Быйыл күпме ремонт яһалыр?
Быйыл күпме ремонт яһалыр?

Бөгөн аҙна һайын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республика торлаҡ-коммуналь хужалығының ихаталарҙы комплекслы төҙөкләндереүгә һәм күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауға әҙерлеген ҡаранылар.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова 2023 йылда 30 муниципалитетта 206 ихата биләмәһен яңыртыу күҙаллана тип хәбәр итте. “Башҡортостан ихаталары” программаһының бюджеты уҙған йыл менән сағыштырғанда 200 миллион һумға – 1,2 миллиард һумға тиклем артты. Подрядсылар эшкә 18 апрелдән тотонорға һәм уларҙы 1 сентябргә тамамларға тейеш.

– Беҙ йәмәғәт һәм ихата биләмәләрен тәртипкә килтерергә, төҙөкләндереүҙе күп фатирлы йорттарҙың подъездарын, ҡыйыҡтарын һәм фасадтарын ремонтлау менән бергә алып барырға тырышабыҙ, – тип билдәләне Ирина Голованова.

Йорттарҙы ремонтлау программаһына ярашлы 2023 йылда 752 подъезды ремонтлау бурысы тора. Был эштәр 21 ноябргә тиклем тамамланасаҡ. Бынан тыш, икенсе йыл рәттән республика күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын ремонтлауға 100 миллион һум аҡса бүлә.

“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса 2023 йылда 69 тораҡ пунктта 122 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Был - парктар, скверҙар, аллеялар һәм йәйәүлеләр зоналары. Уларҙы яңыртыу өсөн халыҡ үҙе тауыш бирҙе.

Башҡортостан Башлығы тормошҡа ашырылған программаларҙың мөһимлеген билдәләне һәм төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына эштәрҙең ваҡытын һәм сифатын ҡәтғи контролдә тоторға ҡушты.

– Ябай булмаған шарттарҙа беҙ был йүнәлештәр буйынса финанслауҙы һаҡлап ҡалдыҡ. Ихаталарҙы һәм подъездарҙы ремонтлау программалары – халыҡ өсөн иң мөһиме, – тине Радий Хәбиров. – Билдәләнгән ваҡытты аныҡ үтәргә, подрядсылар менән эште яйға һалырға кәрәк. Бында илке-һалҡы йөрөргә ярамай.

Төбәк етәксеһе республика Хөкүмәтенә Күмертауҙағы “Шахтёр” ҡала стадионын яңыртыу менән бәйле хәлде анализларға һәм муниципалитетҡа ошо проектты тамамлауҙа ярҙам итергә ҡушты.

Фото: smartik.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: