Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2023, 21:40

Мансур граниты танылыу яулай

Ул - “географик күрһәткес” статусына эйә булған тәүге төбәк бренды.

Мансур граниты танылыу яулай
Мансур граниты танылыу яулай

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһынан сенатор Лилиә Ғүмәрова “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә Учалы районында сығарылған Мансур гранитын географик күрһәткес тип теркәү тураһында хәбәр итте.

Мансур граниты – Башҡортостандың “географик күрһәткес” статусына эйә булған тәүге төбәк бренды. Әлегә тиклем республикала “тауар сығарылған урындың атамаһы” сифатында алты бренд теркәлгәйне. Улар –  Башҡорт балы, Ҡурай, Бөрйәндең солоҡ балы, Асы, Ҡорғаҙаҡ һәм Йоматау минераль һыуҙары.

“Төбәк брендтары – бик мөһим инструмент. Тәү сиратта, традицион тауарҙарҙы күрһәтеү, инвестиция йәлеп итеү һәм туризмды үҫтереү, төбәкте танытыу өсөн. Был тема Федерация Советының көн тәртибендә нығытылды, уға Федерация Советы Рәйесе Валентина Ивановна Матвиенко ҙур иғтибар бирә һәм үҙенең контролендә тота. Уның күрһәтмәһе буйынса төбәктәрҙең үҙенсәлекле тауарҙарын асыҡлау һәм теркәү йәһәтенән эште дауам итәбеҙ...” – тип яҙған Лилиә Ғүмәрова.

Фото: rospatent.gov.ru

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: