Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2023, 19:00

Милләт ҡото – йолаларҙа!

 "Орсоҡ", "Кис ултырыу", "Буҙа", "Йәшел үләнгә баҫыу"  - Шишмә ағинәйҙәренән күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин.  

Милләт ҡото – йолаларҙа!
Милләт ҡото – йолаларҙа!

Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылы мәҙәниәт клубында ағинәйҙәр йыйын үткәргән. Ул “Милләт ҡото – йолаларҙа” тип аталған. Был хаҡта райондың ағинәйҙәр ойошмаһы хәбәр итте.

Йыйында биш ауыл ағинәйҙәре ҡатнашҡан. Дурас ауылы ағинәйҙәре "Орсоҡ" байрамы йолаһын һәм "Буҙа" фольклор композицияһын күрһәткән, ә Иҫке Ябалаҡлынан килгән ҡунаҡтар "Кис ултырыу" күренешен әҙерләгән. Түбәнге Хәжәттең "Фатима" фольклор төркөмө ағинәйҙәре дарыу үләндәре, уларҙың шифалау серҙәре менән таныштырған. Ҡара Яҡуп ауылы ағинәйҙәре "Йәшелгә сығыу" йолаһын күрһәткән.

Әлбәй ҡунағы Зәлиә Ниғмәтйәнова йөрәктәргә үтерлек итеп "Етеле шәм" йырын башҡарған. Был сараға ошо ауылдың иң абруйлы, тәжрибәле 91 йәшлек ағинәйе Рәүиҙә Гәрәй ҡыҙы Иҫәнғолова ла килгән.

Шишмә районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе, ошо ауыл биләмәһенең башлығы Рәфис Ҡарағолов һәм Шишмә районы ағинәйҙәр ойошмаһы  етәксеһе Лилиә Сәлихова килгән ҡунаҡтарҙы, ағинәйҙәрҙе ҡотлап, әүҙем эш алып барғандары өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләгән. Байрам һуңында ҡунаҡсыл Ҡара Яҡуп халҡы һәм ағинәйҙәре килгәндәрҙең барыһын да табынға саҡырып, тәмле былау менән һыйлаған.

Байрамдан әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар артабанғы эшмәкәрлектәренә дәрт, рух алып таралышҡан.

Афарин, Шишмә ағинәйҙәре!

 

Фотолар: Шишмә районы ағинәйҙәр ойошмаһының социаль селтәрҙәге төркөмөнән.

 

Милләт ҡото – йолаларҙа!
Милләт ҡото – йолаларҙа!
Милләт ҡото – йолаларҙа!
Милләт ҡото – йолаларҙа!
Милләт ҡото – йолаларҙа!
Милләт ҡото – йолаларҙа!
Милләт ҡото – йолаларҙа!
Милләт ҡото – йолаларҙа!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: