Өфө ҡалаһының "Евразия" агропаркында "Науруз" республика байрамы ойошторолдо. Әйткәндәй, ул тап көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта үткәрелә.
Шул иғтибарға лайыҡ, "Науруз" Башҡортостанда 2000 йылдан алып уғҙарыла. Байрамды ойоштороусылар – Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, республикабыҙҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто, "Башҡортостан халыҡтарының Ассамблеяһы" республика йәмәғәт ойошмаһы.
Башҡортостан Башлығының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Илшат Ханов ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исеменән сәләмләне.
– Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт ғүмер кисерә, – тип һөйләне Илшат Ханов. – Рустарҙың, башҡорттарҙың, татарҙарҙың һәм башҡа милләт вәкилдәренең татыулыҡта һәм дуҫлыҡта йәшәүе шуға асыҡ миҫал. Ун, илле, йөҙ йылдан һуң да беҙҙең вариҫтарыбыҙ, донъяны тағы ла матур итеү өсөн, бергә йыйыласаҡ. Шуны беләм, бер ниндәй ҙә натовсылар беҙҙе тарҡата алмаясаҡ.
Шулай уҡ телмәр тотоусылар – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә идаралығы етәксеһе, Юғары мөфтөйҙөң ярҙамсыһы Мөхәмәт хәҙрәт, "Башҡортостан халыҡтарының Ассамблеяһы" республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов һәм башҡалар барыһы ла татыулыҡҡа, берҙәмлеккә, бер-беребеҙгә теләктәш булырға саҡырҙы.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, бында килгән һәр кем республикабыҙҙа ғүмер иткән төрлө милләт менән яҡындан аралашыу мөмкинлегенә эйә булды. Башҡорттар иһә үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һәм традицияларҙы бөтә тулылығында күрһәтте. Бынан тыш татарҙар, тажиктар, үзбәктәр, төркмәндәр, азербайжандар, ҡырғыҙҙар ҙа йыр-бейеү менән ҡыуандырҙы.
Байрамда айырыуса "Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге (Ғафури районы), "Килем" татар тарихи-мәҙәни үҙәге (Бүздәк районы), Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының "Ирәндек" бейеү ансамбле, бынан тыш тажик, үзбәк, азербайжан, төркмән, ҡырғыҙ һәм бүтән милләт вәкилдәре һәм коллективтар сағыу сығыш яһаны.
Байрам барышында спорт һөйөүселәр өсөн бәйге үтте. Арҡан тартышыуҙы олоһо ла, кесеһе лә ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
"Науруз"дың үҙенсәлеге шунда – был ваҡытта барыһын да былау менән һыйлау йолаһы ҡәҙерләп һаҡлана. Был юлы ла һәр кем был аш төрөнән ауыҙ итте, хатта уны бешереү нескәлектәренә төшөндө. Шул уҡ ваҡытта сүмәләк аш төрө лә бөтәһенә лә оҡшаны.
Фото: Гөлнур Ҡолһарина.