Ратмир Мәүлиев Өфө мэрияһының оператив кәңәшмәһендә чиновниктарға былтыр вәғәҙә ителгән эштең үтәлмәүен иҫкә төшөргән.
Билдәле булыуынса, 2022 йылда уҡ Менделеев урамында 200 метр оҙонлоғонда яңы тротуар һалынырға тейеш булған. Әммә баш ҡала буйлап ойошторолған эш сәфәрендә мэр уны таба алмаған.
“Һеҙ миңә үткән йылда уҡ Менделееев урамы буйлап 200 метр оҙонлоғонда тротуар һалырға вәғәҙә иткәйнегеҙ. Хатта гранит бордюрҙар килтерелде. “Булды, хәҙер эш башлайбыҙ”, тип мине ышандырҙығыҙ. Әммә тротуар ҙа, бордюр ҙа юҡ”, – ти ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе Ратмир Мәүлиев.
Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса идаралыҡ начальнигы Константин Паппе әйтеүенсә, эш, ысынлап та, былтыр башланған. Һалҡындар башланыу менән уны туҡтатырға тура килгән. Ратмир Мәүлиев эште 2023 йылдың 1 майына тамамларға ҡушты, тип хәбәр итә баш ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте.
Фото: "Башкирия онлайн" төркөмө.