Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2023, 20:14

Башҡорт аты – халҡыбыҙ ҡото

Сибай ҡалаһында йылҡы малын һаҡлау хаҡында һөйләшеү булды.

Халҡыбыҙҙың татлы балы, моңло ҡурайы, шифалы ҡымыҙы менән бер рәттән башҡорт атына һуңғы йылдарҙа иғтибарҙың бермә-бер артыуы күҙәтелә. Республика етәкселегенең дә йылҡысылыҡ тармағын үҫтереүгә ярҙамы ҙур. Быуаттар буйына башҡорт тоҡомло ат милләтебеҙҙең ҡото һәм даны булған. Йылҡы малы борон-борондан халҡыбыҙҙың күсмә тормошонда айырылмаҫ дуҫы һаналған. Ата-бабаларыбыҙ һыбай килеш күпме яуҙа ҡатнашҡан, тотош Европаны урап сыҡҡан тиһәк тә була.

  

Мәсьәлә киҫкен тора

 

Бөгөн дә республикала йылҡысылыҡ тармағы яҡшы үҫешә, Башҡортостан Рәсәй буйынса иң алдынғы урындарҙы биләй. Урал аръяғы райондары аттар үрсетеү һәм ҡымыҙ етештереү буйынса беренсе урында. Әммә һуңғы ваҡытта башҡорт тоҡомло аттың кәмей барыуы ҙур хәүеф тыуҙыра. Райондарҙа тоҡомло йылҡыны һаҡлап ҡалыу, уның тоҡомон яҡшыртыу, һанын билдәләү, һәр аттың паспортын булдырыу кеүек һорауҙар көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә бара. Спорт аттарын үрсетеү менән шөғөлләнгән фермерҙар араһында башҡорт тоҡомло ат паспортын һатып алыусылар ҙа юҡ түгел.

Бөгөн күп райондарҙа тоҡомсолоҡ репродукторы бөтөнләй юҡ тиһәң дә була, шуға күрә башҡорт атының тоҡом булараҡ сифаты насарайыуына, малдың ыуағая барыуына зарланыуҙар ишетелә. Тоҡомсолоҡ буйынса иҫәп алып барылмай. Күп хужалыҡтарҙа йылдар буйы бер айғырҙан ҡолондар тыуа, тоҡом аҡрынлап көсһөҙләнә.

Бөгөн йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән күп фермерҙар башҡорт тоҡомло аттарын тик ҡымыҙ етештереү һәм итләтә һатыу өсөн үрсетә. Шуға күрә йылҡы аҫрау менән шөғөлләнгән йүнселдәрҙең малды иткә оҙатыуға өҫтөнлөк биреүе, тоҡомдо һаҡлау, спорт аттары әҙерләү буйынса уйлап эш итмәүе сәбәпле, бөгөн башҡорт аты тоҡомо юғалыу өҫтөндә тип саң ҡағырға мөмкин. Шулай уҡ ҡайһы бер йылҡы аҫраусылар ҡолондарын Ҡаҙағстан, Татарстан эшҡыуарҙарына осһоҙ хаҡҡа оҙата ла аҙаҡ “татар аты”, “ҡаҙаҡ аты” тоҡомдары барлыҡҡа килеүенә үҙе аптырап ҡала.

 

Фәһемле сығыштар күп булды

 

Күптән түгел Сибай ҡалаһында башҡорт атын тоҡом булараҡ һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса һәм быйыл үтәсәк “Башҡорт аты” республика фестиваленә әҙерлек барышы сиктәрендә "Башҡорт тоҡомло атты үҫтереү һәм һаҡлау” тип аталған кәңәшмә үтте. Сарала Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов, Башҡортостан Башлығы ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығының граждандар йәмғиәте институттары менән үҙ-ара эш итеү бүлеге кәңәшсеһе Юлдаш Йәнекәев, “Бөтә Рәсәй йылҡысылыҡ ғилми-тикшеренеү институты” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы криобиология лабораторияһының ғилми хеҙмәткәре Юлиә Журавлева, “Ирәндек” башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды директоры Айнур Ишмөхәмәтов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар, ауыл хужалығы идаралығы етәкселәре, көньяҡ-көнсығыш райондарҙың йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙары, "Ирәндек" башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды иғлан иткән конкурс еңеүселәре ҡатнашты. Сара Сибай ҡалаһының концерт-театр берекмәһендә үтте.

Кәңәшмәнең модераторы Айнур Ишмөхәмәтов белдереүенсә, фонд тарафынан башҡорт атын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ғәйәт ҙур эштәр алып барыла. 2021 йылда республикала “Ирәндек” башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды барлыҡҡа килде. Быға Әбйәлил районында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов рәйеслегендә “Яҡтыкүл” шифаханаһы базаһында башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыу буйынса үткән кәңәшмә һөҙөмтәһе сәбәпсе булды. Ә инде 2022 йылдың 30 июлендә, Башҡортостан Рес­публикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, республиканың Урал аръяғында тәүге тапҡыр “Башҡорт аты” фестивале үтте. Ул Рәсәйҙә йәшәгән ҡиммәтле аттарҙың береһен, атап әйткәндә, башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур этәргес бирҙе. Әйткәндәй, "Башҡорт аты" байрамының төп биҙәге илдә тәүге тапҡыр үткән, 700-гә яҡын аттан торған парад булғандыр.

Кәңәшмәлә сығыш яһаусылар башҡорт тоҡомло атты һаҡлау, үҫтереү, һәр малдың паспортын булдырыу, унда эйәһе тураһында барлыҡ мәғлүмәт туп­лау, тоҡомсолоҡ буйынса махсус иҫәп алып барыу кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Бигерәк тә “Ирәндек” хәйриә фондының эксперт комиссияһы рәйесе Әкрәм Хөсәйеновтың “Башҡорт тоҡомо буйынса тоҡомсолоҡ иҫәбенең хәҙерге торошо”, "Аҡбуҙат" йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәгенең ғилми-етештереү бүлеге начальнигы Нәфисә Ғарипованың “Башҡортостан Республикаһында башҡорт тоҡомло аттарҙың үҙәкләштерелгән тоҡом иҫәбен ойоштороу" тигән темаға арналған докладтары фәһемле булды.

Сарала шулай уҡ күрше Силәбе өлкәһенән дә ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар үҙ төбәгендә башҡорт атын үрсетеү менән шөғөлләнә, ҡымыҙ етештерә. Мәҫәлән, эшҡыуар Даян Иштимеров өлкәнең Ҡоншаҡ районында “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторған, үҙе етештергән йылҡы итен, төрлө милли ризыҡтар, ҡымыҙ тәҡдим иткән кафе һәм ҡунаҡхана тота, башҡорт тоҡомло аттарын үрсетә. Әйткәндәй, тиҙҙән Силәбелә ат спортын үҫтереү маҡсатында ипподром үҙ ишектәрен асасаҡ. Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымовтың да кәңәшмәлә ҡатнашыуы өлкә-ара эш итеүҙең дәлиле булды.

Фермерҙарға ла һүҙ бирелде

 

Оҙаҡ йылдар йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнгән Әбйәлил эшҡыуары Наил Рәхмәтуллин сығышында йылҡысылыҡты үҙ иткән фермерҙарҙың бар проблемаларын күтәрҙе.

– Әкиәттәрҙә генә ат образы йә иһә Аҡбуҙат осоп йөрөй, ә беҙҙең башҡорт тоҡомло аттары ерҙә йәшәй. Уларға туҡланыу өсөн көтөүлектәр ҙә кәрәк. Күп осраҡта йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙарҙың эше районға килгән мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йәки һабантуйҙарҙа ҡымыҙ эсереп, ҡаҙы һоғондороп һыйлағанда ғына иҫкә төшөрөлә. Башҡа ваҡытта аттар ҡырҙа, тибенлектә йөрөй, уларҙы көтөүгә йә иһә үрсетеүгә сығым китмәй, шуға күрә ярҙам талап ителмәй, тигән фекерҙә юғарыла ултырған түрәләр.

Ҡымыҙ етештереү миҙгеле ҡыҫҡа ғына, ни бары өс-дүрт ай тәшкил итә. Бер йыл ғына ҡымыҙға дотация бүленде, ә йыл дауамында етештерелгән һөткә 12 айҙа ла дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Был тәңгәлдә Ауыл хужалығы министрлығына уйланырға урын бар.

Икенсенән, бөгөн райондың ауыл хужалығы идаралығында тоҡомсолоҡ эше буйынса шөғөлләнгән бер генә зоотехник вазифаһы ла юҡ, ул бөтөрөлдө. Әкрәм Хөсәйеновтың сығышын тыңлаусылар аңлағандыр инде, аттың паспортын эшләүгә генә күпме критерийҙар буйынса мәғлүмәт талап ителә, уны барыһы ла теүәл һәм дөрөҫ итеп тултыра ла, белешмә бирә лә алмай. Был тәңгәлдә үҙ эшен белгән һәм һәр фермер менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә риза булған зоотехник-селекционерҙар кәрәк. Беҙ хатта уларға өҫтәп түләргә лә риза булыр инек.

Өсөнсөнән, көтөүлек өсөн ер алыу бик ауыр, был мәсьәлә йылдар дауамында хәл ителмәй. Шунан килеп сыға ла инде юлдарҙа аттарға бәйле авариялар, – тине Наил Зәки улы.

Әйткәндәй, Урал аръяғы райондарында күпләп йылҡы малы үрсетелеүен иҫәпкә алып, төбәктә ат спортын һәм иппотерапия йүнәлешен үҫтереү маҡсатында ипподром асыу – күптән өлгөргән мәсьәләләрҙең береһе. Шулай уҡ “Терра Башҡортостан” турнирын Урал аръяғы өсөн айырым ойоштороуҙы ла талап итте ат яратыусылар, сөнки хужаһына 600 километр араны үтеп, атты ярышҡа алып барыу байтаҡ сығым талап итә, икенсенән юлда йонсоп барған малҡайҙан ниндәй яҡшы һөҙөмтә көтәһең инде?!

“Терра Башҡортостан” турнирында башҡорт аттарына өҫтөнлөк бирелә, әммә күп райондар ярышҡа сығарыу өсөн бындай тоҡомло бер бөртөк ат та таба алмай, сөнки уның паспорты юҡ.

Миҙал ике яҡлы тигәндәй, күп осраҡта йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән йүнселдәр үҙҙәре үк был тәңгәлдә эш алып барырға ашыҡмай, сөнки тәү сиратта йылҡы малының аныҡ һанын билдәләргә кәрәк буласаҡ. Йәшерен-батырыны юҡ, төбәктәге йылҡының 50 проценты иҫәпкә алынмаған килеш, игенселек менән шөғөлләнгән фермерҙарҙы зар илатып, уларҙың баҫыуҙарын тапай, ауыл халҡының бесәнлектәрен юҡҡа сығара.

Башҡорт элек-электән ат йәнле булған. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың да күбеһе – ат йәнле эшҡыуарҙар һәм фермерҙар, уларҙың төп табышы һәм йәшәү рәүеше шул йылҡы малына барып тоташа. Ирәндек һәм Ҡырҡты армыттарында өйөр-өйөр йылҡылары йөрөй икән, тимәк, уларҙың киләсәккә ышанысы бар, хыялдары яҡты, эштәре уң.

Шулай ҙа һәр нәмәлә сама белеү кәрәк. Меңәрләгән йылҡы тотаһың икән, ниңә бер нисә көтөүсене эшкә алмайһың? Аттарың да ҡараулы булыр, ауылдаштарың да хөрмәт итер.

Башҡорт тоҡомло атты һаҡлап ҡалыу өсөн үҙеңдең дә  теләгең булыу зарур түгелме? Бөгөн беҙ башҡорт атын һаҡлап ҡалып, уны бренд булараҡ бар донъяға танытырға йыйынабыҙ икән, иң тәүҙә тоҡомсолоҡҡа иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Һау-сәләмәт малдан ғына яҡшы тоҡомло ҡолон тыуырын һәр кем белә.

Толпар атты йүгәнләп...

 

Тай-тулаҡты, баш бирмәҫ айғырҙарҙы ауыҙлыҡлап, уларға эйәр һалыусыларҙы ла бүләкләп киттеләр. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, "Ирәндек" башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды 1,5–4 йәшлек аттарҙы өйрәтеү буйынса видеоконкурс иғлан иткән ине. Конкурс судьяһы Шакир Дәүләткилдин әйтеүенсә, бәтәһе 23 видеояҙма ебәрелгән,18 ҡатнашыусы булған.

– Бөтә бәйгеселәрҙең дә видеояҙма­ларын бик ентекләп ҡарап сыҡтыҡ. Конкурс талаптарына ярашлы ебәреү-ебәрмәүҙәренә иғтибар иттек. Мәҫәлән, кемдер эшен дауамлы итеп монтаж­лаған, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә атты бер нисә көн өйрәткән видеояҙмаһын һалған, икенселәре тик бер көнлөк эшен сағылдырған. Баһалама ағзалары быларҙың барыһына ла иғтибар итте. Был юлы егеттәрҙе сәмләндереп ебәргән ҡыҙҙарҙың видеояҙмаларының булыуы һөйөндөрҙө. Тимәк, гүзәл зат вәкилдәре араһында ла атҡа һөйөү йөрөткәндәре бар. Улар өсәү ине, шуға күрә ҡыҙҙарҙың тәүге ынтылыштарын баһалап, уларға эйәр бүләк иттек, – тине Шакир Дәүләткилдин.

Был көндә Лилиана Мырҙаҡаева (Учалы районы), Юлиана Ғәйфуллина (Белорет районы) һәм Зөләйха Йомабаева (Йылайыр районы)  бүләкле булды.

Өсөнсө урынды Баймаҡ районының таһыллы һәм ҡыйыу егеттәре Вилдан Яманғолов (Түбә), Илназ Солтангәрәев (Ғәҙелбай) һәм Данияр Абусәғитов (Байым) алды. Уларҙың барыһына ла йүгәндәр тапшырылды.

Икенсе урынды Әбйәлил районының Мәхмүт ауылынан Назар Таһиров менән Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылынан Инйәр Йортбәков яуланы.

Беренсе урын Хәйбулла районының Степной ауылынан Айгиз Тазетдинов менән Баймаҡ районының Аҡтау ауылынан Илһам Мусинға эләкте. Еңеүселәрҙең барыһына ла йүгән, атты егеү кәрәк-ярағы тапшырылды.

Ә бына конкурстың төп бүләге – Гран-приҙы Белорет районының Рысыҡай ауылынан Рәсих Латипов яуланы. Уның ат өйрәтеү яҙмаһын тыныс ҡына ҡарап булмай, ул тап боронғоса, атай-олатайҙарҙың алымы буйынса ат өйрәткән. Бала саҡтан һыбай йөрөгән еңеүсе эйәр комплекты, йүгән һәм ат егеү өсөн кәрәк-яраҡ менән бүләкләнде.

Кемдәр был конкурсты даими күҙәтеп барған, улар таһыллы ир-егеттәрҙең ҡороғона эләгеп үрәпсеп, ырғып торған айғыр йә иһә тайҙы ауыҙлыҡлап, һыбай менеүен, унан иһә йәш аттың уҡтай алға атылыуын, йә өҫтөндәге кешене ергә атып бәреүен күргәндер, моғайын. Эйе, ат өйрәтеүе еңел түгел. Шулай ҙа бындай ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең булыуы һоҡландыра. Ә инде уларҙың күбеһе мәктәп уҡыусылары, колледж студенттары булыуы бигерәк тә хайран итте. Бар бит бәләкәйҙән ат яратыусылар, ат “ене” ҡағылған үҫмерҙәр, ат ялына йәбешеп, уның өҫтөндә һыбай йөрөп үҫкән малайҙар!

Тап шундай торған ерендә тай-тулаҡты ауыҙлыҡлап, өҫтөнә эйәр һалырлыҡ йәштәр барында йылҡысылыҡ тармағы үҫешеүенә, ат спортының яңыса һулыш алыуына, башҡорт тоҡомло атының үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуға, иң мөһиме – ил һәм донъя кимәлендә башҡорт тоҡомло атының танылыуына, уның халҡыбыҙ ҡотона әүереләсәгенә ышаныс ҙур.

Йәнә шуны ла онотмайыҡ: Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, йыл һайын июлдең өсөнсө шәмбеһендә төбәк кимәлендә Башҡорт тоҡомло атты һаҡлау көнө билдәләнә. 

 
Кәримә УСМАНОВА

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: