Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2023, 01:00

Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап...

"Беҙҙән бер ниҙе лә йәлләмәнеләр". Илле йыл бергә йәшәгән Сафиуллиндар ниҙәр хаҡында һөйләне?

Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап...
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап...

Был донъяға тыуғанһың икән, тормоштан йәм табып, уның матурлығын күреп, йәшәү мәғәнәһен тойоп ғүмер кисерергә кәрәктер. Бар ул шундай бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, яратып йәшәгән ғаиләләр.

Зөләйха  менән Мөхәмәт  Сафиуллиндар - тап шундай матур ғаиләләрҙең береһе. Әлеге көндә улар Бөрйән районының Килдеғол ауылында иңгә-иң терәп, татыу ғүмер итә. Ошо көндәрҙә бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулыу уңайынан алтын туйҙарын билдәләгәндәр.

Был уңайҙан уларҙы ҡотларға биш балаһы, 14 ейән-ейәнсәре, туғандары, яҡын кешеләре, дуҫтары йыйылған. Район хакимиәтенән, ЗАГС бүлегенән дә татыу ғаиләнең шатлығын бүлешеп, 50 йыл бергә йәшәүҙәре менән тәбрикләгәндәр, Башҡортостан Башлығының изге теләктәрен еткергәндәр һәм бүләген тапшырғандар.

Ғаилә башлығы Мөхәмәт Шәһит улы Сафиуллин ысын мәғәнәһендә хеҙмәт кешеһе - уның 43 йыл хеҙмәт стажы бар. Тәүҙә "Ағиҙел", һуңынан "Урал" колхозының алыштырғыһыҙ эшсеһе була. 9-сы класты тамамлағас, тракторсы һөнәрен үҙләштерә һәм 11 йыл ошо һөнәрҙе атҡара, шунан малсылыҡҡа күсә. Тырыш, мал йәнле уҙаманды был өлкәлә тиҙ һынайҙар һәм ветеринарға уҡытып алалар. 16 йыл мал табибы булып эшләй ул. Өс йыл ферма мөдире йөгөн дә тарта. Ғөмүмән, ниндәй эш килеп сыҡһа ла, баш тартмай, ике йөктө бер юлы тартҡан саҡтары ла күп була.

 - Техника менән эш бешмәне әллә ни, - ти хәҙер, - белеп-төшөнөп тә етмәгәнмендер инде, ул ваҡытта гараж да юҡ ине. Тракторҙан “төшкәс“, аттар ҡараным, бик яраттым уларҙы, хатта телдәрен аңлаған кеүек була торғайным.

Хөкүмәтебеҙ ҙә тырыш малсының хеҙмәтен күреп, ваҡытында юғары баһалаған: Министрҙар Советының маҡтау ҡағыҙы, СССР Министрҙар Советының  Почёт грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләк, БАССР-ҙың ауыл хужалығы профсоюзының "11-се биш йыллыҡ ударнигы" исеме һәм диплом, ВДНХ-ның көмөш миҙалы... 1986 йылда уны лайыҡлы хеҙмәте өсөн Болгарияға путёвка менән бүләкләйҙәр. Был наградаларҙың һәр береһенә күп көс түгелгән, фиҙакәр хеҙмәт һалынған.

"Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте", тиҙәр бит, эшләгән осоро район хакимиәтенең, "Урал" колхозының күп диплом, грамоталары менән дә баһалана барған. Өфөлә, Белоретта дүрт-биш мәртәбә алдынғылар кәңәшмәһендә ҡатнашҡан.

- Рәхмәт Хөкүмәтебеҙгә, үҙебеҙҙең район, колхоз етәкселәренә - беҙҙән йылы һүҙҙе лә, бүләкте лә йәлләмәнеләр, эшебеҙҙе баһалай, күрә белделәр, - ти Мөхәмәт ағай.

Армиянан ҡайтҡас та ул хатлашып торған ҡыҙына – Яңы Монасиптан аҡыллы, уңған Зөләйхаға өйләнә. Ҡатыны ғүмере буйы ауыл магазинында эшләй. Яҡташтары ла уны алсаҡ, ихлас тип белә, хөрмәт итәләр. Сафиуллиндар биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Ике улдарын өйләндереп, өй һалып башҡа сығарғандар. Өс ҡыҙы ла иштәрен табып, үҙ донъяһын ҡорған. 14 ейән-ейәнсәргә яратҡан, яғымлы олатай-өләсәй булып, һәр береһенә ярҙам итеп, кәңәштәр биреп, балалары менән бер йән, бер күңел булып йәшәй хәҙер ҡәҙерле олатай һәм өләсәй.

Ғүмер көҙҙәренең серле йомғаҡтарын һүтә-һүтә, балаларының игелеген күреп, улар хәстәрендә, ҡәҙер-хөрмәттә, бәхет-шатлыҡта ғына йәшәргә яҙһын уларға.

Фото: "Таң" гәзите.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: