Былтыр декабрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер ир бәлиғ булмаған балаһын, әсәһенән ризалыҡ һорап тормайынса, сит илгә сығарған.
Mash телеграм-каналы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ир башта ҡатынынан ҡыҙҙарын алып Украинаға бергә сығыу тураһында һораған, тик әсә кеше баш тартҡан. Шуға ҡатыны магазинға китеү менән ир баланы алып сығып киткән.
Ир менән бала Грузия сиген үткән һәм башҡа бәйләнешкә сыҡмаған. Хәҙер әсәһе, халыҡ-ара эҙләү иғлан итеп, ҡыҙын табырға тырыша.
Республиканың Тәфтиш комитетында хәбәр итеүҙәренсә, был факт буйынса енәйәт эше асылған. Ир менән баланың ҡайҙа икәнлеген асыҡлау өсөн эштәр бара.
Фото: nv86.ru