Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәнис Ғилуанов эшенән китергә теләк белдергән. Чиновник бөгөн, 21 мартта, вазифаһын ҡалдыра.
Ул 2016 йылдан ҡала башлығы булып эшләй, 2020 йылда икенсе мөҙҙәткә раҫланған.
Фәнис Ғилуанов белдереүенсә, был вазифала ул ҡаланы төҙөкләндереүгә өлгәшкән, шулай уҡ мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү башланған, урындағы халыҡтың социаль тормошонда ыңғай үҙгәрештәргә өлгәшелгән. Шул уҡ ваҡытта етәксе кешеләрҙе эш урындары менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итә алмауын да таный.
“Инфраструктураға инвестициялар килде, халыҡтың ситкә китеүен туҡтата алдыҡ. Әммә мин эш урындары булдыра алманым. Бәлки, быны икенсе башлыҡ ғәмәлгә ашыра алыр”, – тип хәбәр иткән Ғилуанов.
Фото: kubnews.ru.