Үткән йыл республиканың күсемһеҙ милек тармағында быға тиклем тарихта күҙәтелмәгәнсә хәл теркәлде. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикала торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекорд ҡуйылды.
Рекорд ҡуйылды
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр төбәктә 3 миллион 62 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Республикала сафҡа ингән торлаҡ кимәле 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 105 процентҡа артҡан.
– Тармаҡҡа күрһәтелгән дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә 2022 йыл төҙөлөш йәһәтенән Башҡортостан тарихында быға тиклем күҙәтелмәгәнсә уңышлы булды. Киләһе йылдарҙа күрһәткестәрҙе кәметмәҫкә кәрәк, – тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Әйткәндәй, шәхси төҙөүселәр иҫәбенә сафҡа индерелгән торлаҡтың 1 миллион 922 мең квадрат метры тура килә.
Уртаса хаҡ күпме?
Башҡортостанда 2023 йылдың беренсе кварталына бер квадрат метр торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы раҫланды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, был сумма – 97656 һум.
Бер квадрат метр торлаҡтың уртаса баҙар хаҡы республикала даими йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға субсидияларҙы иҫәпләү өсөн кәрәк. Торлаҡты һатып алыу йәки төҙөү өсөн аҡса федераль һәм республика бюджетынан бүленә.
Мәҫәлән, Өфө районының “Миловка паркы” торлаҡ комплексында 4-се кварталдағы дүрт проблемалы йортто төҙөү тамамланды. Объекттар Биләмәләр үҫеше фонды һәм Башҡортостан Республикаһы ҡатнашлығында федераль механизмдарҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә атҡарылды, тип хәбәр итте республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Биш ҡатлы дүрт йорттағы торлаҡ майҙаны 18,8 мең квадрат метр тәшкил итә. 400 тирәһе өлөшсө фатир асҡысын аласаҡ, – тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
2023 йылдың ғинуар айы һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Өфөләге яңы төҙөлгән йорттарҙағы фатирҙың уртаса хаҡы алты миллион һумдан күберәк тәшкил иткән. Бер айҙа хаҡ 1,8 процентҡа кәмегән. Бер квадрат метр торлаҡтың хаҡы 0,5 процентҡа төшкән – 120,49 мең һум. Был хаҡта “Фатирҙар донъяһы” аналитиктары хәбәр иткән.
Эксперттар белдереүенсә, күсемһеҙ милектең беренсел баҙарында хәл үткән йылдағыса, йәғни һорау кәмей, хаҡтар үҫеүҙән туҡтай, тәҡдим дә бер аҙ һирәгәйә, яңы төҙөлөштәге фатирҙарҙа уртаса майҙан да бер аҙ бәләкәйләнә.
IV кварталда яңы төҙөлөштәге “квадрат”тың рәсми баҙар хаҡы 92 603 һум тәшкил иткән, яңы йорттағы фатирҙың уртаса хаҡы 6,12 миллион һум булған. Былтыр октябрь – ноябрҙә икенсел баҙарҙағы фатирҙың уртаса хаҡы – 5,35 миллион һум, “квадрат”тыҡы 99 369 һум теркәлгән.
Ташламалы кредит кемдәргә бирелә?
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшләгән белгестәр өсөн ташламалы ипотека программаһы шарттарын йомшартыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был документ тармаҡтағы күп кенә хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә булышлыҡ итәсәк.
– Ташламалы кредиттан һалым ташламаһына эйә булған һәм аккредитацияланған ғына түгел, ә барлыҡ аккредитацияланған IT-компаниялар файҙалана аласаҡ. Үҙгәрештәр хеҙмәткәрҙәре ташламалы ипотека кредитын рәсмиләштерә алған компаниялар һанын 1,5 тапҡырға арттырыу мөмкинлеген бирәсәк, – тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Өҫтәүенә, хәҙер бындай кредитты 18-ҙән 50 йәшкә тиклемге белгестәр алыу хоҡуғына эйә. Быға тиклем был хоҡуҡтан 22-нән 44 йәшкә тиклемгеләр генә файҙалана ала ине.
Белгестәрҙең минималь эш хаҡы буйынса ла үҙгәрештәр бар: был күрһәткес айына халҡы миллион булған ҡалаларҙа йәшәүселәр өсөн – 150 меңдән 120 мең һумға тиклем, ҡалған биләмәләрҙә халыҡ өсөн 100 меңдән 70 мең һум тәшкил итә. Тағы шуныһы: эш хаҡының минималь күләме төп эш урыны ғына түгел, башҡа килемдәр буйынса ла иҫәпләнә ала. Тик эш урыны шулай уҡ аккредитацияланған IT-компания булырға тейеш.
Бынан тыш, хеҙмәт стажына ҡағылышлы ла яңылыҡтар бар. Хәҙер ипотеканы рәсмиләштергәндән һуң белгескә кредитты түләүҙең барлыҡ осоронда түгел, аккредитацияланған компанияла биш йылдан кәм эшләмәү ҙә етә.
Өйҙән сыҡмайынса ла атҡарып була
Быйыл ғинуарҙан күсемһеҙ милекте теркәү буйынса ҡайһы бер ғаризаларҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша биреү мөмкинлеге ҡаралған. Һүҙ яңы төҙөлгән йәки үҙгәртеп ҡоролған шәхси торлаҡты, баҡса йортон, ер участкаларын бүлеү һәм ҡушыу, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек хеҙмәтендәге хаталарҙы төҙәтеү, шәхсән ҡатнашмайынса күсемһеҙ милек менән эш итеү кеүек ғаризаларҙы теркәү тураһында бара. Бындай осраҡтарҙа ғаризаға ҡул ҡуйыу өсөн “Дәүләт асҡысы” ҡушымтаһында бирелгән ябай электрон ҡултамға файҙаланыласаҡ.
– Айырым осраҡтарҙа Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, квалификациялы электрон ҡултамғаны файҙаланмайынса, электрон форматта “Росреестр”ға мөрәжәғәт итә алалар. Бындай ғаризаны ҡағыҙҙа яҙмайынса йәки түләүле электрон ҡултамғаларҙы файҙаланмайынса “Дәүләт асҡысы” мобиль ҡушымтаһында ҡул ҡуйырға мөмкин, – тип хәбәр итте “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова.
Хеҙмәттән файҙаланыу өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәлергә (https://www.gosuslugi.ru), артабан “Кадастр иҫәбе һәм күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү” бүлеген һайларға һәм программа тәҡдим иткән алгоритмды үтергә кәрәк.
Белешмәне һәр кем ала алмаясаҡ
1 марттан, 2022 йылдың 4 июлендә ҡабул ителгән 266-сы Федераль законға ярашлы, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан мәғлүмәттәрҙе һәр кем ала алмай. Тимәк, кемдер Берҙәм күсемһеҙ милек реестры белешмәһенә эйә булыу өсөн заказ бирһә, был документҡа милексенең шәхси мәғлүмәттәре индерелмәйәсәк. Белешмәне нотариус аша йәки милексенең үҙенең ризалығы буйынса ғына алырға мөмкин буласаҡ. Шулай ҙа, белешмәләге шәхси мәғлүмәттәр кадастр инженерҙарына, күсемһеҙ милектең башҡа милекселәренә, граждандың ҡатынына (йәки иренә), ҡуртымға биреүсегә йәки алыусыға һәм башҡаларға бирелергә мөмкин. Бындай хоҡуҡҡа эйә булыусылар исемлеге менән тулыраҡ 266-сы Федераль законда танышырға мөмкин.
Белгестәр әйтеүенсә, был норма күсемһеҙ милекселәрҙе яҡларға тейеш, сөнки Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрындағы белешмәләрҙә шәхси мәғлүмәттәрҙең юҡлығы мутлыҡ ҡылыу осраҡтарын кәметәсәк.
Кемдәрҙең торлаҡ сертификатына хоҡуғы бар?
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин торлаҡ сертификаттарын сығарыу һәм бүлеү графигын раҫланы. Быйыл уларҙы Рәсәйҙә йәшәгән 2,5 меңдән ашыу кеше алыу мөмкинлегенә эйә. Улар – Чернобыль фажиғәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар, мәжбүри күскенселәр, Байконурҙан, Алыҫ Төньяҡтан һәм ябыҡ административ биләмәләрҙән күсенеүселәр, хәрбиҙәр, эске эштәр органдары һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ҡараған хеҙмәткәрҙәр.
Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғәмәлдәге нормативтарға ярашлы, сертификат торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға тәғәйенләнгән. Быйыл был ярҙам сараһына федераль бюджетта 12 миллиард һумға яҡын аҡса ҡаралған.
Был эш “Рәсәй граждандарын һатып алырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт менән тәьмин итеү” дәүләт программаһы сиктәрендә алып барыла.
Айһылыу НИЗАМОВА