Байназар ауылы ағинәйе Әсмә апай Хәлилованың өйөн эҙләп, боронғо колхоз баҫыуын бер иттек. Йәштәр төпләнгән төбәктә, матур-матур, ҡатлы-ҡатлы заманса йорттар һалынған урамда 80-де уҙған инәй йәшәмәйҙер, тигән яңылыш фекер аҙаштырып тегеләй-былай йөрөттө беҙҙе.
Баҡтиһәң, инәйебеҙ ун йыл әүәл ошо яҡтан өй алып, йәштәр урамында йәштәрҙән артыҡ булмаһа, һис кәм түгел донъя көтөп, матур итеп йәшәп ята икән.
Әсмә инәйҙең өйө ҡул эштәре музейы кеүек – сымыры донъяһын ырғаҡлап бәйләгән аллы-гөллө түшәктәре, диван япмалары, теккән, һырыған түшәктәре, йәйғор төҫөндәге ҡорамалары менән биҙәп, заманса шарттар булдырып, үҙе кеүек оҫта ҡыҙына, кейәүе һәм ейәндәренә терәк-таяныс булып йәшәп ятыуы.
– 83 йәшкә киттем инде, шөкөр. Һуғыш йылдары балаһы булараҡ, йүнле уҡыу эләкмәне – ете класс белем менән мөрхәтһенергә тура килде. Атай мәрхүмде миңә өс йәш саҡта һуғышҡа алғандар. VII класты бөтөү менән Кәртәле яланға һарыҡ көтөргә ебәрҙеләр.
Әсәйем бик диндар кеше булды һәм ҡул эштәренә лә әүәҫ ине. Таҫтарҙар, тәҙрә ҡорғандары, мендәр тыштары сикте, сәсте бөртөкләп, беҙҙе лә ҡаты ҡушты, шуға мин дә ҡул эштәренең һәр береһен бәләкәйҙән белеп үҫтем. Атайымдан бик иртә ҡалдым. Ул һуғышта саҡта һағыныуым шул тиклем булғанмы, атайҙың толобо яғына ҡарап сигеү сигәм. Ҡуй, шәм яғына боролоп ултыр, тиҙәр – тыңламайым. Өс ағайым да ҡайтманы бит һуғыштан – Фәтхулла Алтынбаев, атайымдың ике ҡустыһы: Зекәриә Алтынбаев, Мәхмүтдин Алтынбаев. Уларҙы әсәйем тәрбиәләгән.
Әсәйемә эйәреп, мин дә кескенәнән намаҙ уҡыным. Бик күп аят-сүрәләрҙе бер-ике уҡыуға ятлап ала инем. Беҙгә гел ҡарый мулла олатай (Ҡөрьәнде яттан белеүсе) килә ине. Ул Ҡөрьән уҡый, мин эргәһендә тыңлап ултырам да ятлай һалып алам. Хәтерем яҡшы ине шул хәтлем.
Беҙ эшләмәгән эш ҡалманы. Иҫке Собханғолға кейәүгә сыҡҡас, унда мәктәптә иҙән йыуыусы булып эшләнем. Аҙаҡ, 1987 йылда, Магнитогорскиға күсеп киттек. Унда ла эш айырмай эшләнем. Урам һепереүсе лә булдым. Хеҙмәтемде баһаланылар – Силәбе өлкәһенең хеҙмәт ветеранымын, төрлө кимәлдәге бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары күп. 2013 йылда, ҡыҙымды тыңлап, тыуған яҡҡа ҡайттым, ошо туғайҙа төпләндем.
1994 йылда ҡот осҡос аварияға осраным. Өмөт бирмәһәләр ҙә, Аллаһтан ихлас һорап, үҙемде үҙем өшкөрөп, аяҡҡа баҫтым. Дауаханала оҙаҡ яттым. Шулай ҙа сығарырға булып киттеләр. Шул саҡта мин, аяҡһыҙ ултырған кеше, барыһын аптыратып, атланым да киттем. Түшәктә ятҡанда, ваҡытты үткәрер өсөн, түшемә һалып өс косынка бәйләнем. Ҡул эштәре менән булышыу үҙе бер күңел дауаһы инде ул.
Һуҡыр эсәккә операция яһатҡас та шундай ҡыҙыҡ хәл булды. Операция тамамланғас, ятып тор, ти табиптар. Мин операция өҫтәленән үҙем тороп киттем дә барҙым. Ваннала ебен үҙем тартып алдым. Табип аптыраны аҙаҡ, – ти, мауыҡтырғыс та, фәһемле лә, тарихҡа һәм ваҡиғаларға бай ғүмер йомғағын һүтеп, Әсмә апай.
Ул иртә яҙҙан ерҙә соҡсона – баҡсаһы йәйен-көҙөн шау сәскәлә ултыра. Өйөндә лә бихисап гөлдәр үҫтерә. Мейесен дә үҙе сығарған. Ҡыҫҡаһы, ҡайһы бер ирҙәрҙә булмаған ихтыяр көсө, тәүәккәллек менән бергә гүзәллеккә, зауыҡҡа ынтылып йәшәү, шуны үҙ ҡулдары менән тыуҙырып, былай ҙа матур донъяһын гөл итеп тотоу сифаты хас Байназарҙың уңған ағинәйе Әсмә Ғибат ҡыҙы Хәлиловаға.
Тағы бер шәп яғы бар уның – әллә күпме шиғырҙарҙы ятҡа белә. Бер нисәүһен (башҡортса ла, русса ла) беҙгә уҡып ишеттерҙе. “Байназарҙа мәктәптә иҙән йыуыусы булып эшләгәнемдә көслө рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөслимә Мәхмүтдин ҡыҙы мине швабрам-утым менән класҡа саҡырып индерә лә, шиғыр ятламай килгән балаларға оят һәм үрнәк булһын тип, рус әҙәбиәтенән шиғыр ятлата ине. Шатырлатып ятлап бирһәм, балалар иҫтәре китеп аптырап ултырыр ине”, – тип хәтирәләрен барлай апай.
Нәҡ Әсмә Ғибат ҡыҙы кеүектәр – донъя тотҡаһы, башҡаларға матур үрнәк. Һау ғына булһын да гүзәллек тыуҙырыусы егәрле ҡулдарына күҙ теймәһен!
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Бөрйән районы.