Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ульяновск ҡалаһында эш сәфәрендә. Был турала ул социаль селтәрҙә лә яҙҙы.
“Бөгөн Ульяновскиҙа эшләйем. Рәсәй Именлек советы секретары Николай Платонович Патрушев, Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтары менән мәғлүмәти именлек мәсьәләләрен тикшерҙек.
Яу яланындағы һуғыштар менән бер рәттән хәҙер мәғлүмәт һуғыш бара – кешеләрҙең күңеле, аҡылы, йөрәге өсөн. Фейктар, дөрөҫ булмаған хәбәрҙәр, милләт-ара, дин-ара низағ тыуҙырыу – быларҙың барыһы менән дә көн һайын көрәшәбеҙ.
Беҙҙең халыҡҡа һәр ваҡыт дөрөҫ, тикшерелгән, көнүҙәк мәғлүмәт алыу мөмкинлеген тәьмин итеү өсөн хеҙмәттәштәр менән был эште тағы ла һөҙөмтәлерәк алып барыу тәжрибәһе менән уртаҡлаштыҡ”, – тип яҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".