Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2023, 20:28

Шәғәле Шаҡман вариҫтары һынатманы

Ишкилделәр икенсе йыл рәттән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша.

Автор фотолары.   Сая ҡыҙ Айгүзәл Ялмырҙина суҡмар ташлай.
Сая ҡыҙ Айгүзәл Ялмырҙина суҡмар ташлай.Фото:Автор фотолары.

Ишкилде ауылы – Әбйәлил райо­нында иң матур ауылдарҙың береһе. Тәбиғәтенең хозурлығы ғына түгел, ә халҡының дәртле һәм сәмле булыуы менән дә айырылып тора ул. Бында йәшәгән кешеләр элек-электән үҙҙәренең арҙаҡлы шәхестәре, бил бирмәҫ көрәшселәре, гер күтәргән батырҙары, саңғыла йүгереү буйынса чемпиондары, гармунсылары һәм ҡул оҫталары менән дан тота. Шулай уҡ улар оло йәштәге инәйҙәре менән дә маҡтана ала, ауылда оҙон ғүмерлеләр байтаҡ.

 

“Беҙ – Шәғәле Шаҡман вариҫтары”

 

Күптән түгел Ишкилделә “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрен­дә тап ошондай исемдәге ҙур сара үтте. Әйткәндәй, ишкилделәр икенсе йыл рәттән был конкурста ҡатнаша. Грант яулаһалар, уны Сума йылғаһы аша күпер төҙөүгә тотонорға уйҙары бар. Ауылды икегә бүлеп аҡҡан бәләкәй йылға, яҙ етһә, ажарланып, ярҙарынан шашып сығып, өҫкө урамда йәшәүселәрҙең юлын өҙә.

Байрамда Өфө ҡалаһынан, Татарстан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһенән ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар араһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейем­бәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағза­һы, телевидение алып барыусыһы Наил Юнысов, Татарстан башҡорт­тары ҡоролтайы рәйесе Ғәле Хәсәнов, Силәбе өлкәһенән Рәмил Утарбаев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар бар ине.

Шәғәле Шаҡман – Тамъян ырыуы башлығы, уға Иван Грозный тарафынан тархан титулы бирелә. Ишкил­деләр Тамъян ырыуына ҡарай һәм үҙҙәрен олуғ шәхестең вариҫтары тип атай.

Сәләмәт тормошто һәм айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалаған сара Шәғәле Шаҡмандың тормошо һәм уның эшмәкәрлеген сағылдырған ҙур тамаша менән башланып китте. Унда район мәҙәниәт идаралығы артистары ла, ауыл халҡы ла дәррәү ҡатнашты. Сараны ойоштороусыларҙың береһе, ошо ауылда тыуып үҫкән һәм ауылының киләсәге өсөн янып-көйөп йөрөгән Ласын Усманов әйтеүенсә, ишкилделәр ике йыл рәттән районда ойошторолған “Сәләмәт ауыл” конкурсында еңеү яулаған. Былтыр ҙа, быйыл да сәмләнеп һәм дәртләнеп үҙ көстәрен республика “Айыҡ ауыл” конкурсында һынап ҡарайҙар. Берҙәм, сәмле, һәр эшкә маһир халыҡ булмыштары менән күптән инде айыҡ тормошто үҙ иткән – ауылда эскелек менән мауыҡҡан кеше юҡ тиерлек.

– Көрәктәр (халыҡ телендә ауылды Көрәк тип атайҙар) элек-электән сәләмәт йәшәүҙәре менән айырылып торҙо. Шуға күрә был конкурста ҡатнашыу өсөн халыҡты әллә ни өгөтләргә кәрәкмәне, улар шунда уҡ тәҡдимде ҡабул итте һәм төрлө саралар үткәрергә тотондо. Былтыр аҙ ғына балл етмәүе быйыл йәнә сәмләндерҙе һәм тағы ла ҡатнашырға һәм еңеп сығырға тигән дәрт өҫтәне. Ана, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, ауылдаштарым ни тиклем дәртле, берҙәм һәм сая. Күбеһе спорт ярыштарында ҡатнашты, күргәҙмәләр әҙерләгән, ауылымдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары “Йыуаса-фест”та ҡатнаша. Һәр эш, һәр башланғыс ауыл халҡының дөрөҫ аңлап ҡабул итеүе һәм бергәләшеп уны тормошҡа ашырыуы менән әһәмиәтле. Был конкурс Ишкилде ауылы халҡын тупланы һәм берләш­терҙе. Улар бер бөтөн булып йәшәргә өйрәнде, бер-береһенең хәлдәрен белеп тора, килеп сыҡҡан пробле­маларҙы ла уртаға һалып һөйләшә, – ти Ласын Марат улы.

 

Спорт ярыштары мауыҡтырғыс үтте

 

Сара сиктәрендә ойошторолған спорт ярыштарында ололар ҙа, балалар ҙа ихлас ҡатнашты. “Ҡаратал” күпбәйгеһендә командалар үҙ-ара көс һынашһа, саңғысылар ярышында һәр кем шәхси беренселектә уҙышты. Уҡ атыуҙа, суҡмар ташлауҙа, арҡан тар­ты­шыуҙа, утын бысыуҙа сослоҡ һәм таҫыллыҡ талап ителһә, атлы биатлон мәргәнлек һәм етеҙлекте һынаны.

“Ҡаратал” күпбәйгеһендә өсөнсө урынды майҙан хужалары – ишкил­деләр яулаһа, икенселә күршеләре – Буранғол ауылы командаһы. Ә бына беренсе урынға Рауил ауылы вәкилдәре сыҡты. Етәкселәре Йәмил Мәхмүтов әйтеүенсә, команда төрлө уҡыу йорттарында белем алған һәм ауылда йәшәгән йәштәрҙән төҙөлгән. Айгөл һәм Фәрүәз Аҫылбаевтар ғаиләһе менән ҡатнашҡан. “Беҙҙә элек-электән спорт яратҡан халыҡ йәшәй, шуға күрә районда үткән һәр сарала әүҙем ҡатнашабыҙ һәм еңеү яулайбыҙ”, – ти рауилдар.

Саңғы ярышында иң оло ҡатна­шыусы булған Ҡужан ауылынан 70 йәшлек Клара Абдуллина үҙ төркөмөндә беренсе булып килде. Суҡмар ташлауҙа һәм уҡ атыуҙа милли кейемдәрҙәге ҡыҙҙарҙы күргәс, улар менән яҡынданыраҡ танышырға булдым. Айгүзәл Ялмырҙина менән Сильвия Таһирова Салауат ауылы ҡыҙҙары икән. Унынсы класта уҡыған был һылыуҡайҙар күптән инде район буйынса төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, яҡшы уҡыйҙар ҙа.

 

Кемдең “Ҡуян”ы иң матуры?

 

Ишкилде ауылында ағас эшенә маһир, оҫта ҡуллы һөнәрмәндәр күп. Мәҫәлән, Мансур Усманов һәм Алсынбай Шаһивәлиевте бар район халҡы һандыҡ һәм талдан төрлө әйберҙәр, ат сбруйҙары эшләүсе оҫталар булараҡ яҡшы белә. Был юлы ла ағастан юнып йыл символы – Ҡуян һынын эшләүҙә ауылдың өс оҫтаһы майҙан тотто. Беренсе урынды Алсынбай Шаһивәлиев алһа, ҡалған урындарҙы Сәлих Хис­мәтуллин менән Мансур Усманов бүлеште. Оҫталар ярышының баһалама рәйесе, ағастан төрлө әйберҙәр, хайуандар һыны эшләгән Буранғол ауылынан Хөрмәт Әхмәтов әйтеүенсә, был ярышта бәйгеселәр­ҙең эште башҡарғанда бензобысҡыны нисек ҡулланыуҙары, ағасты юнып эшләү барышы, Ҡуяндың нисек килеп сығыуы баһаланған.

Әбйәлил йыуасаһы иң тәмлеһе!

 

Ысынлап та, Әбйәлил хужабикә­ләре бешергән тәмле йыуасаны башҡа ерҙә осратыу мөмкин түгел. Райондың брендына әүерелгән ризыҡ һәр табындың түрен яулай, уны иң оҫта бешереүселәр конкурсы үтә. Был юлы ла “Йыуаса-фест”та ҡат­нашырға теләк белдереүселәр күп булды. Рәт-рәт булып теҙелгән өҫтәлдәрҙә һәр оҫтабикәнең үҙ сере менән әҙерләнгән ҡамырҙан төрлө фигуралар ҡырҡылды. Икенселәре шунда уҡ ҡаҙан һәм сүлмәк аҫып, йыуасаны утта бешерә торҙо. Ярыш ахырында Хәмит ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы бешергән йыуаса иң тәмлеһе тип танылды. Хәмит ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фирүзә Ғәҙелшина ауылдың иң уңған ҡыҙ һәм килендәре – Рәмилә Нуретдинова, Гөлназ Баһауетдинова, Зәлиә Нуретдинова, Рәсимә Тайыпова һәм Илүзә Нуретдинованан торған уңған командаһы менән еңеү яуланы.

Икенсе урынды Һәйетҡол ауылы уңғанбикәләре яулаһа, өсөнсө урынға Фәнүзә Дәүләтова етәкләгән Ҡушый ҡатын-ҡыҙҙар советы сыҡты.

Йыуаса бешереүселәрҙән төп кәңәш: ҡамырҙы баҫҡас, ул мотлаҡ ял итергә тейеш. Шуға күрә ҡамырҙы алдан баҫып, бер аҙ ултыртып ҡуялар. Шулай уҡ аш содаһын аҙ ғына һалырға кәрәк.

 

* * *

 

“Беҙ – Шәғәле Шаҡман вариҫтары!” байрамы юғары кимәлдә ойошторолдо. Ишкилделәр үҙҙәренең данлы ата-бабаһы – Тамъян ырыуы башлығы Шәғәле Шаҡман рухына тап төшөрмәне. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ауылдың инәйҙәренең саранан ситтә ҡалмай, йәш быуынға әйтер аманатын тапшырыуы, уларға өлгө булып, бар яҡлап кәңәш би­реүҙәре ауылда быуындар күсә­гилешлегенең ныҡлы һәм ышаныслы булыуын күрһәтә.

Күрше республиканан тап ошо сара өсөн ауылдаштарын ҡеүәтләргә ҡайтып еткән табип-кардиолог Ғәле Хәсәновҡа ла ҙур рәхмәтле ауылдаштары. Шулай уҡ Юлдаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Шәғәле Шаҡмандың шәжәрәһен алып килгән, бик матур күргәҙмә әҙерләгән.

Дәртле һәм сәмле, уңған Ишкилде ауылы халҡының республика кимәлендәге конкурста еңеп сығыуын теләйбеҙ!

 
Кәримә УСМАНОВА

Әбйәлил районы.

Читайте нас: