“Әгәр шәмбе йәки йәкшәмбе сирләп китһәң, табипҡа нисек яҙылырға тип аптырап ҡалаһың...
З. ТЕҮӘЛБАЕВА”.
– Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнеш үҙәге шәмбе (8-ҙән 16 сәғәткә тиклем) һәм йәкшәмбе (8-ҙән 14 сәғәткә тиклем) эшләй. Эш көндәрендә иһә – 7 сәғәт 30 минуттан 19 сәғәткә тиклем. Яҙылыу өсөн телефон: 122 (өҫтәмә 2). “МТС”, “Билайн” һәм “Мегафон” мобиль телефондарынан шылтыратыу бушлай.
Тағы регистратурала, “Дәүләт хеҙмәттәре”, “Берҙәм медицина порталы”, поликлиникалағы инфоматтар аша яҙылырға була. Бынан тыш, “Табипҡа” тигән бушлай мобиль ҡушымта бар. Унда анализдар һөҙөмтәләрен дә ҡарарға мөмкин.
Айһылыу НИЗАМОВА