Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын 33 йәшлек Денис Ирназаров башҡарасаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәте мәғлүмәт-аналитика бүлеге мәғлүмәтенә таянып, ГорОбзор.ру хәбәр итә.
Денис Ирназаров Сибайҙа тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетын “милли иҡтисад” һәм “юриспруденция” белгеслектәре буйынса тамамлаған. Шулай уҡ Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында белем алған. 2019 йылдан Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй, эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм инвестициялар мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
Хәбәр итеүебеҙсә, 20 мартта социаль селтәрҙә Фәнис Ғилуанов Ағиҙел мэры посынан китеүе хаҡында белдергәйне.
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.