Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2023, 21:30

Конкурс еңеүсеһен ҡотланыҡ

"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре - Ҡариҙел районында. 

Конкурс еңеүсеһен ҡотланыҡ
Конкурс еңеүсеһен ҡотланыҡ

Бөгөн "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре Ҡариҙел районында эшләне.

Тәүҙә Ҡариҙел районы башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин менән осрашыу булды. Уның барышында "Башҡортостан" гәзитенең Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан социаль селтәрҙә үткәргән "Хәрби хәрәкәт ветерандары ойошмаһының иң яҡшы ойоштороусыһы" конкурсы еңеүсеһе - Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәмил Карам улы Вәлинуровҡа еңеүсе дипломы тапшырылды.

Артабан журналистар райондың социаль-иҡтисади тормошо, предприятиелары менән яҡындан танышты. Был хаҡта мәҡәләләр гәзиттең алдағы һандарында донъя күрәсәк. 

Автор фотоһы. 

Конкурс еңеүсеһен ҡотланыҡ
Конкурс еңеүсеһен ҡотланыҡ
Конкурс еңеүсеһен ҡотланыҡ
Конкурс еңеүсеһен ҡотланыҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: