Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2023, 18:25

Тарихи ҡомартҡы тергеҙелде

“Башнефть” компанияһы 90-сы йылдарҙа юғалған юғары хеҙмәт наградаларын тергеҙҙе.

Тарихи ҡомартҡы тергеҙелде
Тарихи ҡомартҡы тергеҙелде

“Башнефть” компанияһы илдең 90-сы йылдарҙа юғалған юғары хеҙмәт наградаларын тергеҙҙе. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт архивы документтары нигеҙендә “Дәүләт билдәһе” акционерҙар йәмғиәте элекке үҙенсәлекле номерҙар менән Ленин орденын һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденын әҙерләгән. Награда материалдарын тергеҙеү процесы 2017 йылда “Башнефть”тең “Роснефть” нефть компанияһы структураһына ингәндән һуң башланғайны.

Башҡортостан нефтселәренең хеҙмәт данын мәңгеләштереү – “Башнефть” компанияһының илдең бай тарихи мираҫын һаҡлау буйынса социаль башланғыстарының мөһим өлөшө.

90 йылдан ашыу тарихы осоронда “Башнефть” коллективы ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бик күп наградаларға лайыҡ булған. Иң мөһимдәре араһында – дүрт Ленин ордены, өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм бер Октябрь Революцияһы ордендары.

Ленин ордены менән Башҡортостан нефтселәре 1966 йылда нефть табыуҙы арттырыуҙағы ҙур уңыштары, яңы нефть ятҡылыҡтарын тиҙ үҙләштергәне, яңы техниканы һәм алдынғы технологияларҙы киң индергәне өсөн лайыҡ булды, ә Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1982 йылда нефть сәнәғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары, ҙур техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм социалистик йөкләмәләрҙе уңышлы үтәгәне өсөн тапшырылды.

Үкенескә күрә, 90-сы йылдарҙа “Башнефть” етештереү берекмәһенә ҡараған Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары юҡҡа сыға. Әммә 20 йылдан ашыу ваҡыт үткәндән һуң юғары хеҙмәт даны наградалары тергеҙелә һәм корпоратив музейға тапшырыла.

Был ордендарҙың тарихы бай. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1928 йылдың 7 сентябрендә СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән булдырыла. Орден Совет дәүләте һәм йәмғиәт алдында етештереү, фән, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт, халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау, дәүләт, йәмәғәтселек һәм башҡа хеҙмәт эшмәкәрлеге өлкәләрендә ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бирелде.

Ленин ордены 1930 йылдың 6 апрелендә СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы ҡарары менән булдырыла. Был - СССР-ҙың юғары хөкүмәт наградаһы, ул төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендәге айырыуса ҡаҙаныштары өсөн Союздың граждандарына, коллективтарына, учреждениеларына, предприятиеларына һәм йәмәғәт ойошмаларына тапшырыла.

Белешмә өсөн:

“Башнефть” - илдең нефть һәм газ сығарыу, нефть продукттарын эшкәртеү һәм сығарыу кеүек тулы етештереү циклын башҡарған боронғо нефть һәм газ тармағы предприятиеларының береһе. “Башнефть” компанияһының төп нефть сығарыу активтары Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан. Компания шулай уҡ Ханты-Манси һәм Ненец автономиялы округтары, Ырымбур өлкәһе һәм Татарстан Республикаһы биләмәһендә ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнә.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: