Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2023, 14:00

Ҡағыҙ аҡсаға төрөп шартлатҡыс тараталармы йәки уйҙырмалар нисек тыуа?

Фейк хәбәрҙәр ике тапҡырға артасаҡ, тиҙәр...

Ҡағыҙ аҡсаға төрөп шартлатҡыс тараталармы йәки уйҙырмалар нисек тыуа?
Ҡағыҙ аҡсаға төрөп шартлатҡыс тараталармы йәки уйҙырмалар нисек тыуа?

2022 йылда Рәсәй буйынса таралған фейк хәбәрҙәр 10 миллион самаһы тәшкил иткән. Үҙенсәлеклеләре – 4 мең самаһы. Шулар араһында, йәнәһе, Башҡортостандың Дәүләкән ҡалаһында ҡағыҙ аҡсаға төрөп шартлатҡыстар һалып йөрөгән украин кешеләрен тотоу, СПИД-лы энәләр таратыуға ҡағылышлылары ла бар. Дәүләкән районының хоҡуҡ һаҡсылары белдереүенсә, бында асылда контрафакт парфюмерия менән һатыу иткән сиғандар тотолған.

“Диалог Төбәктәр” коммерцияға ҡарамаған автономиялы йәмғиәтенең генераль директоры кәңәшсеһе Тихон Макаров әйтеүенсә, 2024 йылға фейк хәбәрҙәрҙең дөйөм күләме 22 миллионға етеүе ихтимал.

- Киләһе йылдарҙа фейктарҙың артыу күренеше һаҡланасаҡ, тип күҙаллайбыҙ. Ундай хәбәрҙәрҙең күсермәләренең 2024 йылда 22 миллионға етеү ихтималлығы бар. Әгәр, минималь күләмдәрҙе күҙаллаһаҡ, фейктарҙың һаны 2024 йылға 15 миллионға етәсәк. Әммә, нисек кенә булмаһын, был күрһәткестәр махсус хәрби операция башланғанға тиклемге һандарҙан бер нисә тапҡырға күберәк, - тине Тихон Макаров.

Рәсәй халҡының 64 проценты, фейк хәбәрҙе айыра беләм, тип һанай. Билдәле актер Стас Ярушин “Лапша Медиа” тип аталған фактчекаинг проектына ярашлы баш ҡаланың студенттарына төрлө мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшерергә тәҡдим итә. Тәжрибә барышында ҡатнашыусыларҙың яртыһының яңылышыуы билдәле була.

Макаров әйтеүенсә, 2022 йылда фейк хәбәрҙәрҙең темаһы башлыса санкциялар һәм Рәсәй иҡтисадындағы “көрсөк” булды. “Диалог” хәбәр итеүенсә, 2023 йыл башынан ракета һөжүме хәүефе, махсус хәрби операцияға өҫтәмә мобилизация иғлан итеү, стоматологияла ауыртыуҙы баҫҡан дарыуҙарҙың һәм материалдарҙың етешмәүе тураһында уйҙырмалар күпләп тарала.

Темалар менән бергә фейктарҙы уйлап табыу алымы ла үҙгәрә. 2022 йыл башында фото һәм видеояҙмалар ныҡ ҡулланылды, йыл аҙағына улар кәмене. Уҙған йыл башында эре мәғлүмәт ресурстарын, башҡарма власть органдары һәм киң мәғлүмәт саралары сайттарын емерергә маташтылар. Әлеге ваҡытта хакерҙар йышыраҡ төбәк ресурстарына һөжүм итә.

Тихон Макаров әйтеүенсә, фейктарға ҡарата эмоцияға бирелеп, ҡапыл реакция күрһәтергә ярамай. Мутлашыусылар ошоно ғына көтә.

- Ҡапыл уйлап эш итеү насар эҙемтәләргә, хатта фажиғәгә килтереүе, һаулыҡҡа зыян итеүе, финанс именлекте ҡаҡшатыуы ихтимал, - ти Макаров.

Мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн “Диалог Төбәктәр” коммерцияға ҡарамаған автономиялы йәмғиәтенең проекты – “Лапша Медиа” платформаһы ярҙамында тикшерергә мөмкин.

Шик тыуҙырған мәғлүмәтте белгестәр 24 сәғәт дауамында тикшерә. Һорауҙарҙы түбәндәге адрестарға ҡалдырырға мөмкин:

– "Лапша Медиа" платформаһы,

– "Лапша Медиа" чат-боты,

– “Бәйләнештә” төркөмө: https://vk.com/lapshamedia,

– “Класташтар” төркөмө: https://ok.ru/lapshamedia.

Фото: sosnovosti.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: