Өфөнөң ҡайһы бер райондарында ер тетрәүен һиҙгәндәр. Дорофеево, Комсомол, Октябоь проспекты, Маршал Жуков, Рәсәй урамында урынлашҡан ҡайһы бер күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр сейсмологик әүҙемлекте һиҙгән, тип белдерә Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәте.
Башлыса юғары ҡаттағылар люстраларҙың һелкенеүен, аквариумдағы һыуҙың болғанып тороуын, мебелдең еңелсә дерелдәүен күҙәткән. Граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм Ҡаланың торлаҡ-коммуналь идаралығы хеҙмәткәрҙәре сигнал килгән йорттарға барып тикшергән һәм, тыштан ҡарағанда инженер селтәрҙәренә, биналарҙың конструкцияһына зыян килмәгән, тип һығымта яһаған. Әйтергә кәрәк, кисә Афғанстанда һәм Үзбәкстанда ла ер тетрәү күҙәтелде, был шуның һөҙөмтәһе булыуы мөмкин, ти белгестәр. Тик был әлегә фараз ғына, ныҡлы тикшереүҙәрҙән һуң ғына һығымта яһарға мөмкин буласаҡ.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: сейсмоәүҙемлек Өфөлә беренсегә түгел, 2015, 2018 йылдарҙа ла сит илдәрҙәге ер тетрәүҙәрҙең тулҡындары килеп еткәне булды.
Фото pixabay.ru