Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Аҡъярҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам итеү маҡсатында "Хәйриә йәрминкәһе" үткән.
Хәйбулла ирекмәндәренең башланғысы менән ойошторолған сараға бөтә ауылдар халҡы тиерлек ҡушылып, үҙ өлөшөн индергән. Көҙҙән үк әҙерләнгән төрлө ҡайнатмалар, ҡамыр ризыҡтары, йәшелсә, емеш-еләк һатыуға сығарылған. Аҡъяр ауылынан Фаил Юлдашбаев һарыҡтарын да килтергән. Ҡорбанлыҡ мал һораусы күп булған. Һатыусылар ҙа, алыусылар ҙа үҙ өлөшөн индергән хәйриә акцияһына.
Был көндә изге ниәт менән берләшкән район халҡы тауыштарынан Аҡъяр баҙары гөрләп торған. Сараны ойоштороусыларҙың да, унда ҡатнашыусыларҙың да теләге бер - һалдаттарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!
Изге ай алдынан хәйбуллаларҙың изге ғәмәлдәре тик хуплауға лайыҡ.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.