Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2023, 15:43

Бал ҡорттарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Варроатоздан күпкә ҡурҡыныс.

honeyprice.ua
Фото:honeyprice.ua

Тәүҙә был мәҡәләне “Йылы яҡ ҡорттарын һатып алмағыҙ” тип атарғамы икән, тип уйлап ултырҙым. Тора-бара “Сит ҡорттар ҡурҡыныс янай” тигән исем оҡшай төштө. Аҙаҡ “Бәлә – аяҡ аҫтында” тип яҙырғамы икән тип уйлап ҡуйҙым. Әммә был исемдәр барыбер мәҡәләнең төп мәғәнәһен тулыһынса аса алмаҫ һымаҡ тойолдо. Күп уйланғандан һуң “Варроатоздан күпкә ҡурҡыныс” тип атаным. Ысынлап ҡурҡынысмы әллә был хәбәр бушмы – һығымтаны һәр кем үҙе яһар, моғайын.

Мәҡәләлә һүҙ “тропи” исемен алған талпан тураһында бара. Уның тулы исем-шәрифе тропилелапсоз клеаре була. Исеме бер аҙ оҙонораҡ шул. Шуға уны бер аҙ ҡыҫҡартып, тропи талпаны тип йөрөтәләр. Бөгөн ул бал ҡорто күсенең иң ҡурҡыныс ҡоротҡосо (паразиты) иҫәпләнә. Уның көсөн варроа талпаны менән сағыш­тырып та булмай. Бында “ер менән күк араһы” тигән сағыштырыу тулыһынса тап килә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был талпандар беҙҙең илгә лә килеп еткән. Шуныһы хәүефкә һала – бөгөн был талпан беҙҙе пакет менән тәьмин иткән йылы өлкәләрҙә (Краснодар, Адыгея һәм Ростов өлкәһе) һәм Үзбәкстанда бар. Әйтергә кәрәк, талпандар бик тиҙ таралыуы менән ҡурҡыныс. Бына, әйтәйек, варроа талпаны Рәсәйҙә тәү тапҡыр 1964 йылда Приморье өлкәһендә табыла. Ни бары ун биш йыл эсендә Башҡортостанға килеп тә етә. Ә бына тропи талпаны беҙгә килеп етә алырмы әллә юҡмы – бына быныһы тик үҙебеҙҙән тора.

Бына ошо урында күптәр ошолай әйтеп, ҡул һелтәп ҡуйыр:

– Эй, буш хәбәр. Заманында ва­рроатоз менән дә ошолай ҡурҡыта торғайнылар. Хатта тотош умарта­лыҡты яндырырға ҡушалар ине. Әлхәмдүлилләһи, бөгөн варроа талпаны менән һин дә мин йәшәп ятабыҙ. Был тропи тигәне менән дә хәл ошолайыраҡтыр. Ҡурҡыныс талпан килә, тип бушҡа яу һалаларҙыр. 

Әлбиттә, был һүҙҙәр менән өлөш­ләтә килешмәйенсә булмай. Һүҙ ҙә юҡ, заманында варроатоз ту­раһында ҡурҡыныс хәбәрҙәр күп булды. Тора-бара беҙ уға тамам өйрәнеп бөттөк буғай. Бөгөн варроаны ниндәйҙер ҡурҡыныс талпан һымаҡ ҡабул итмәйбеҙ. Әммә ошо урында “әммә” тип әйтергә тура килә. Сөнки тропи талпаны менән бындай хәл ҡабатланмаясаҡ. Сәбәбе ябай – был талпандар араһында айырмалыҡтар үтә күп. Хәҙер уларҙы барлап китәйек.

Талпандар кәүҙә төҙөлөшө һәм тиҙлектәре буйынса үтә ныҡ айырыла. Тропи варроаға ҡара­ғанда өс тапҡырға бәләкәй. Варроа талпанының кәүҙәһе ялпаҡ. Ул сағыштырмаса яй йөрөй. Ә тропиның кәүҙәһе еңел. Ул ҡырмыҫҡа һымаҡ оҙонса. Бик етеҙ.

Варроа талпаны эшсе һәм әре үрсемендә (пчелиный и трутневый расплод) йәшәй, ошо күҙә­нәктәрҙә үрсей. Әммә ул инә ҡортҡа теймәй. Был талпан көбөлә (маточник) туҡланмай һәм инә ҡарыш­лауығына (личинка) зыян килтер­мәй. Варроатоз ауырыуында инә ҡорт һәр ваҡыт һау килеш ҡала. Ә бына тропи талпаны менән хәл бөтөнләй башҡа. Ул үрсемдә генә (расплод) түгел, ә инә көбөһөндә лә үрсей. Шуға күрә бал ҡорттары һау йәш инә сығара алмай. Билдәле, зәғиф инә менән күс оҙаҡ йәшәй алмаясаҡ.

Талпандарҙың туҡла­ныуы ныҡ айырыла. Варроа ҡарыш­лауыҡтың бер урынына йәбешә һәм ошонда ғына туҡлана. Тегеләй-былай күсеп йөрөмәй. Шуныһы һәй­бәт, аҙаҡ был яра бөтәшә. Һө­ҙөмтәлә, ҡарышлауыҡҡа артыҡ зыян килмәй. Ул бал ҡортона хәтлем үҫешә ала. Ә тропи ҡа­рышлауыҡҡа үҫешеү мөмкинлеген бөтөнләйе менән ҡалдырмай. Унда туҡланып китә, бында туҡланып китә. Һөҙөмтәлә, ҡарышлауыҡтың тәне төрлө-төрлө урындан тишке­ләнеп бөтә. Шуныһы насар – тропи тешләгән яра аҙаҡ бөтәшмәй. Һөҙөмтәлә бал ҡорто зәғиф етлегә.

Ауырыуға дусар булған ҡа­рышлауыҡтың йәше ныҡ айырыла. Варроа талпаны һигеҙ көнлөк бул­ғанында туҡлана башлай. Был ва­ҡыт­та ҡарышлауыҡ күпкә нығын­ған була. Шуға варроа уға артыҡ зыян килтермәй. Ә бына тропи ҡа­рыш­лауыҡты йәлләп тормай. Ул дүрт көнлөктәре менән туҡлана башлай.

Ата һәм инә талпандар ара­һындағы иҫәп ныҡ айырыла. Беле­үебеҙсә, инә варроа талпаны эшсе ҡорттар сыға торған күҙәнәккә – дүрт, ә әре ҡорттар сыға торғанына ете йомортҡа һала. Иң тәүге йо­мортҡанан ата талпан, ә башҡа­ларынан инәләр үҫешә. Ата һәм инә талпандар араһындағы иҫәп 1:3 йә 1:6 була. Инә тропи талпаны бер күҙәнәккә дүрт йомортҡа һала. Әммә ата һәм инә талпандар араһындағы иҫәп 1:1 тәшкил итә.

Талпандарҙың тулы­һынса үҫешеү (етлегеү) осоро ныҡ айырыла. Белеүебеҙсә, йәш варроа талпаны күҙәнәктән сыға һәм артабан эшсе ҡорттарҙа һәм әреләрҙә етлегә. Был үҫеш 13 көн (уртаса 7 көн) дауам итә. Ә тропи талпанына етлегеү өсөн туҡланыу кәрәк түгел. Ул ни бары 1-2 көн эсендә үҙе етлегә һәм йәш инә талпан йомортҡа һалырға әҙер ҙә була.

Талпандарҙың көплө күҙәнәк­тән сығыуында үҙенсәлек бар. Шуны билдәләр кәрәк, ике талпан­дың да үҫеш осоро 8-9 көн дауам итә. Белеүебеҙсә, варроа талпаны күҙәнәктән бал ҡорто менән бергә килеп сыға. Тропи талпаны менән хәл башҡа. Ул ҡарышлауыҡтың бала ҡортона хәтлем үҫешкәнен һәм күҙәнәктән сыҡҡанын көтөп тормай. Тропи талпаны күҙәнәк ҡапҡасын үҙе кимереп килеп сыға. Был күҙәнәктә бәләкәй генә тишек ҡала. Һөҙөмтәлә, көплө үрсем үҫе­шен туҡтата. Бал ҡорттары күҙәнәк ҡапҡасын кимереп асырға һәм үлгән ҡарышлауыҡтарҙы күҙәнәктән сығарып ташларға мәжбүр була.

Дөйөм алғанда, күстә тропи талпаны варроаға ҡарағанда 25 тапҡыр шәберәк үрсей. Ул ике йыл эсендә варроа талпанын тулы­һынса ҡыҫырыҡлап сығара.

Ә шулай ҙа тропи талпанының бер “ыңғай” яғы бар. Был ауырыу еңел билдәләнә. Сөнки ауырыуҙың кире һөҙөмтәләре асыҡ күренеп тора – бал ҡорттарының ҡанат-аяҡтары юҡ, үрсем күҙәнәктә үлгән, бал ҡорттары күҙәнәк ҡапҡастарын кимереп асҡан, үлгән ҡарыш­лауыҡтар боҙола башлаған, ояла серек еҫе таралған. 

Тропи талпаны тураһында ҡыҫ­ҡа­са мәғлүмәт ошо. Кемдер, ә ниш­ләп дауалау тураһында бер ниндәй ҙә һүҙ юҡ, тип һорай ҡуйыр. Бындай мәғлүмәт шуға юҡ, сөнки ышаныслы дауалау ысулдары юҡ. Беҙҙең илдә лә юҡ, сит илдә лә. Ҡайһы берәүҙәр аптыраған көндән бына ошондай ысул тәҡдим итә. “Тропи талпаны үрсемдә генә үрсей. Шуға инәнән йомортҡа һалдырмаҫҡа кә­рәк. Инә йомортҡа һалмаһа, үрсем булмаясаҡ. Ул булмағас, тро­пи талпаны ла үрсей алмаясаҡ һәм асығып үлеп бөтәсәк”. Тәү ҡара­маҡҡа дөрөҫ һымаҡ. Хәҙер иҫәпләп ҡарайыҡ. Эшсе ҡорт күҙәнәктә – 21 көн, ә әре ҡорт 24 көн үҫешә. Талпан күҙәнәктән сыҡҡас ике көн етлегә. Йәмғеһе 23-26 көн килеп сыға. Тимәк, инә ҡорт бер ай самаһы йомортҡа һалмаҫҡа тейеш була. Быны эшләп буламы? Әлбиттә, булмай! Ә шулай ҙа бындай ҡырҡа һығымтаны яһарға ашыҡмайыҡ әле. Тәбиғәт бит ошо шарттарҙы ҡыш осоронда үҙе барлыҡҡа килтерә. Ысынлап та, ҡыш инә йомортҡа һалмай, күстә үрсем юҡ. Шуға тропи талпаны үлеп бөтөргә тейеш. Әммә ул үлмәгән булып сыға. Яҙ етеү менән ул күстә тағы барлыҡҡа килә. Ҡыш осоронда ҡайҙа йәшәне икән ул – был һорау әле асыҡ ҡала. Бер умартанан икенсеһенә нисек күсә икән? Был һорауға ла әле яуап юҡ. Ҡыҫҡаһы, һорауҙар күп, ә төплө яуаптар юҡ.

Ә нисек һаҡланырға һуң был талпандан? Бер генә юл ҡала – йылы яҡ ҡорттарын һатып алмаҫҡа! Ә шулай ҙа күптәр был тәҡдим менән риза булмаҫ. Ошо мәҡәләне уҡып сыҡҡас та күңелдәрендә арзан сит ҡорттарҙы һатып алыу уйы ҡалыр. Ундайҙарҙы бына ошо мәғлүмәт бер аҙ һыуындыра төшөр тип уйлайым. Бөгөн тропи талпанына бәйле һорауҙар ил кимәлендә күтәрелә. Әле бына ғинуар айында беҙҙең республикала ла тропи талпанына арналған кәңәшмә үтте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бөгөн ябай умартасы ла, юғары урын биләгән етәксе лә бер хәбәрҙе һөйләй – бөтә мөмкинлектәрҙе ҡулланырға һәм республикаға йылы яҡтан ҡорттар индермәҫкә! Әгәр был талпан бер килеп йәбешһә, унан бер нисек тә ҡотолоп булмаясаҡ!

Был мәҡәләне уҡығас, һәр кем һығымтаны үҙе яһар. Һүҙемде тамамлап, шуны әйткем килә – бәлки, мәҡәләне “Бәлә – аяҡ аҫтында” тип исемләү дөрөҫөрәк булыр ине...

- Әғләм ШӘРИПОВ

Читайте нас: