Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2023, 20:30

"Башҡортостан" гәзите - махсус хәрби операция зонаһында!

Уны алып барған Тимерғәле Ураҙғоловҡа рәхмәт! 

"Башҡортостан" гәзите - махсус хәрби операция зонаһында!
"Башҡортостан" гәзите - махсус хәрби операция зонаһында!

Башҡортостандың уңған егеттәренең береһе, йәш эшҡыуар Тимерғәле Ураҙғолов тураһында күптән түгел генә баҫмабыҙҙа яҙып сыҡҡайныҡ. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар йөк йыйыу һәм алып барып ҡуйыу менән шөғөлләнә. Әле март урталарында ул сираттағы ылау менән юлға сыҡҡайны, бөгөн иһә сәләме лә килеп төштө.

Эш шунда, беҙҙең “Башҡортостан” гәзите Тимерғәлегә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәр өсөн махсус сығарылған һан биреп ебәргәйне. Әле егет хәбәр итеүенсә, баҫмабыҙ урынға барып еткән. Ул уны башҡорт-татарҙар күпләп урынлашҡан нөктәләргә алып барған. Яугирҙәр иһә рәхәтләнеп тыуған яҡтарынан мәҡәләләр уҡып ҡыуанған.

“Был юлы юл ыңғайы Урал аръяғынан килгән фекерҙәштәр менән осраштыҡ. Аҙ ғына ваҡыт табып, үтеп барышлай ҡалаларға инеп ҡарап сыға алдыҡ. Фәрештәләр аллеяһында, Донбасс музейында булдым, нацистарҙың шул тиклем аяуһыҙ емергән ҡалаларҙы күрҙем. Ярҙам көткән һәм яҡты киләсәккә ышанған кешеләр менән аралаштым.

Егеттәргә һатып алып өлгөргән кәрәкле әйберҙәрҙе, ҡулдарына исемле посылкаларҙы тапшырҙыҡ. Яугирҙәр менән бергә мобиль мунсаны һынап ҡараныҡ, ялан армия бутҡаһын ашаныҡ. Һәр саҡ уларға Башҡортостандан яңылыҡтар, туған тел, ғәҙәти әйберҙәр етмәүен күрәм. Шуға күрә был бушлыҡты тултырырға тырыштыҡ! Был турала киләһе яҙмала һөйләрмен”, – тип яҙҙы ул социаль селтәрендә.

Беҙҙең гәзит хәҙер махсус хәрби операция биләмәһенә даими ебәрелеп торасаҡ. Ғөмүмән, “Башҡортостан” тәүге көндәрҙән ундағы егеттәр тормошон яҡтырта, уларға ярҙам итеүҙә төрлө яҡлап ҡатнаша. Беҙ уларҙың сәләмдәрен тыуған яҡтарына, яҡындарына еткерәбеҙ. Шуға күрә фронттан мәҡәләләр, хаттар ебәреп торһондар тигән теләгебеҙ ҙә бар.

Фото: Тимерғәле Ураҙғоловтың сәхифәһенән. 

"Башҡортостан" гәзите - махсус хәрби операция зонаһында!
"Башҡортостан" гәзите - махсус хәрби операция зонаһында!
"Башҡортостан" гәзите - махсус хәрби операция зонаһында!
"Башҡортостан" гәзите - махсус хәрби операция зонаһында!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: