Ейәнсура ерендә ике көн дауамында яҙыусы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, “Тормош һабаҡтары" программаһы һәм дәреслектәр авторы, "Йәйләү" балалар ял итеү үҙәге, "Башҡортостан ынйылары", "Урал батыр мәктәбе" проекттары авторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваның 80 йәшлек юбилейы уңайынан "Бураҡаева уҡыуҙары" тип исемләнгән төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. Этнопедагогикаға нигеҙләнгән бындай сара республикабыҙ мәғариф донъяһында икенсе тапҡыр үткәрелә. Беренсеһе ошо уҡ гимназия нигеҙендә 1993 йылда уҙғарыла һәм уның ҡарары буйынса бөтә башҡорт мәктәптәрендә “Тормош һабаҡтары” фәне уҡытыла башлай.
Ижад емештәре ҡомартҡыға әйләнде
Был юлы ла ул ҙур күләмле сараға әүерелде. Башҡортостандың 19 районы һәм ҡалаһынан, Ырымбур, Силәбе, Саха (Яҡут) Республикаһынан 80-дән ашыу кеше ҡатнашты. Унда мәктәп, гимназия директорҙары, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Сибай юғары уҡыу йорттары ғалимдары ла булды. Халыҡ педагогикаһы нигеҙендә уҡытыу һәм тәрбиәләү йолаларын тергеҙеү, уҡыусыларҙы тикшеренеү, ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, туған телгә, тарихҡа, халыҡ фольклорына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйҙы әлеге сара.
Мәрйәм Бураҡаеваны иң элек беҙ һәләтле журналист, яҙыусы булараҡ беләбеҙ. Ул – байтаҡ китаптар авторы, айырыуса уның “Арғымаҡ” фәлсәфәүи-публицистик китабы ҙур танылыу алған. Байтаҡ ғүмерен әҙибә журналистикаға арнай, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләй, “Башҡортостан ҡыҙы” журналын булдырыуға ла тырышлыҡ һала.
Журналислыҡ эшмәкәрлеге иң көнүҙәк проблемаларҙы күтәреп сығыу һәм хәл ителгәнгә тиклем ныҡышмалы көрәшеүе менән бәйле. Ул "киләсәкһеҙ" тип мөһөр һуғылған тарихи яҡтан әһәмиәтле ауылдарҙы йолоп алып ҡалыу маҡсатында мәҡәләләр менән сығыш яһай, уларҙы һаҡлап ҡалыуға өлгәшә. Был ауылдар рәтендә халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Туйымбәт (Күгәрсен районы), өс Советтар Союзы Геройы биргән Кинйәабыҙ (Көйөргәҙе районы), Ҡаһым түрәнең тыуған ауылы Айыусы (Стәрлетамаҡ районы), Советтар Союзы Геройы Ҡотләхмәт Хәйбуллиндың тыуған ауылы Сөләймән (Ейәнсура районы) бар.
Көнүҙәк темалар уның әҫәрҙәрендә лә урын алған. Уның байтаҡ повесть һәм хикәйәләре 75 йәше уңайынан ике томлыҡ китабына ингән. ”Оло Эйек ҡыҙы” документаль әҫәрен уҡыусылар айырыуса үҙ итте.
1990–1991 йылдарҙа илдә инновацион уҡыу йорттарына юл асылғас, ул “Тормош һабаҡтары” этнопедагогикаһы программаһын булдырыу уйы менән яна башлай һәм эшкә тотона. Ошо рәүешле уникаль программа буйынса I–X кластар өсөн дәреслектәр серияһы барлыҡҡа килә һәм ул башҡорт мәктәптәренә индерелә. И.Д. Бураҡаев, М.Б. Юлмөхәмәтов был дәреслектең авторҙаштары булып китә. Әлеге программа нигеҙендә "Шәжәрә байрамы" проекты барлыҡҡа килә. Беренсе тапҡыр ул VI класта балаларҙың атай-әсәйҙәре менән бергә 1993 йылда үткәрелһә, һуңынан класс бүлмәһенән сығып, бөтә республикаға тарала.
Башҡорт гимназияһы Мәрйәм Бураҡаева исеменә лайыҡлы
Фәнни-ғәмәли конференцияның тәүге өлөшө Иҫәнғол ауылындағы М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатында барҙы. Унда секция ултырыштары, оҫталыҡ, асыҡ дәрестәр үткәрелде. Был күләмле сараның тап ошо гимназияла уҙғарылыуы осраҡлы түгел ине, сөнки 30 йыл элек Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы уны ойоштороуға ҙур көс һалған. 1992 йылда тыуған яғы Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылына ҡайтып, башҡорт гимназияһы асыуҙы хәстәрләй башлай. Иң тәүҙә 1-се Иҫәнғол мәктәбендә гимназия кластары астырыуға өлгәшә. Балаларҙы Иҫәнғолдан һәм райондың башҡа ауылдарынан йыя. Ҙур тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ бушҡа китмәй, 1993 йылдың 1 сентябрендә Ейәнсура башҡорт гимназия-интернаты үҙ ишектәрен аса. Аҙаҡ исеме Иҫәнғол башҡорт-гимназия интернаты тип үҙгәртелә. Исеме үҙгәрһә лә, маҡсаты үҙ асылында ҡала. Ә 2021–2022 уҡыу йылын белем усағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты тигән маҡтаулы ла, абруйлы ла, яуаплы ла исемдә башлап ебәрә.
Шуны ла билдәләү мөһим: 1993–1995 йылдарҙа Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы үҙе гимназия-интернат директоры вазифаһын башҡара. Бар булмышын, һәләтен, белемен, тәжрибәһен ҡулланып эш итеүе шулай республикала беренсе башҡорт гимназияһын асыуға алып килә. Тәүге йылдарҙа уҡ халыҡ педагогикаһы нигеҙендә уҡытыу һәм тәрбиә эше башҡорт гимназияһының төп йүнәлеше булып тора. Уҡыупланына яңы предмет – “Халыҡ педагогикаһы” (“Тормош һабаҡтары”) дәрестәре индерелә, төрлө йүнәлештәге түңәрәктәр эшләй башлай.
“Тормош һабаҡтары” балаларға ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та, фәһемле лә һабаҡ биргән дәрестәргә әйләнә. Уларҙы уҡытыу методикаһын республика уҡытыусылары менән уртаҡлашыу маҡсатында ҙур семинар ҙа ойошторола. Унда Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы үҙе асыҡ дәрестәр бирә. Халыҡ педагогикаһы нигеҙендә уҡытыу һәм балаларҙың тәбиғәттән бирелгән һәләтен асыу, үҫтереү башҡорт гимназияһының төп йүнәлеше булырға тейешлеге шулай раҫлана.
Гимназия-интернаттың тарихының төрлө ҡаҙаныштарға бай булыуы ла уның дөрөҫ үҫеш юлында икәнен дәлилләй. Мәҫәлән, “Мәғариф” өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелгән конкурста бер миллион һумлыҡ грантҡа эйә булалар.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән иғлан ителгән Башҡорт теле йылында башҡорт телен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә күрһәткән юғары эш һөҙөмтәләре өсөн иң яҡшы 10 дөйөм белем биреү мәктәбе бүләкләнһә, был исемлектә Иҫәнғол ауылының башҡорт гимназия-интернаты ла бар.
– Йылдан-йыл уҡыу сифаты күтәрелә бара. Уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтихандарында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә һәм үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инә. I класҡа уҡырға килеүселәр һаны ла һиҙелерлек арта. Атай-әсәйҙәр ҙур теләк менән балаларын гимназияға уҡырға алып килә. Уларҙы бындағы мөхит, белем биреү һәм тәрбиәләү алымдары ҡыҙыҡһындыра. Быйылғы уҡыу йылында бында 236 уҡыусы уҡый. Гимназияла ойошторолған түңәрәктәр ҙә балаларҙың һәләтен асыуға булышлыҡ итә. Вокал түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр район, республика йыр бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар ала. “Аҫылташ” театр түңәрәгенә йөрөүселәрҙең дә уңыштары бихисап. Шашка, шахмат менән шөғөлләнеп, район, төбәк, республика ярыштарында призлы урындар яулаған, еңел атлетика, саңғы, волейбол түңәрәктәрендә сыныҡҡан уҡыусылар ҙа маҡтауға лайыҡ.
Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатына М. Бураҡаева исеме бирелеүе беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Бөгөн дә гимназия-интернатта Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы башланғысын – баланың тәбиғи һәләтен асыу, уны илен һөйгән шәхес итеп тәрбиәләү төп маҡсат булып тора, – тип һөйләне гимназия директоры Эльвира Садиҡова.
Башҡорт гимназияһында Мәрйәм Бураҡаеваға хөрмәт, ихтирамлы мөнәсәбәт һәр ерҙә тойола. Мәктәп стеналарына ла абруйлы педагогтың әйткән һүҙҙәре яҙып эленгән. “Бер нәмәгә инанғанмын: бала күңеленә илем, халҡым, телем, киләсәгем тигән тойғо һәм яуаплылыҡ һалынһа, тормошта була торған һәр төрлө тайпылыштарҙан сығыу юлын табасаҡ” тигән юлдар уйландырырлыҡ.
Тарихты онотмау, туған телде белеү кеүек изге бурысты тормошҡа ашырыу йүнәлешендә башҡорт гимназияһында эш туҡталғаны юҡ. Конференцияның тәүге көнөндә уҡыу йортонда “Аманат“ этнопедагогика музейы асылыуы ла ошо юҫыҡта башҡарылған сараларҙың береһе булды.
Ижад кисәһе рухташтарҙы йыйҙы
Көн дауамында гимназияла секция ултырыштары, оҫталыҡ дәрестәре барһа, кисен район мәҙәниәт йортонда “Арғымаҡлы яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева“ тип исемләнгән ижад кисәһе ойошторолдо. Унда Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары Зариф Байғусҡаровтың, Эльвира Айытҡолованың ҡотлау телеграммалары уҡылды. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов та, юбилярҙы тәбрикләп, уға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһын тапшырҙы. Республиканың Мәғариф министрлығынан Гүзәл Алмаева Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе һәм юбилярҙы “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” билдәһе менән бүләкләне. Өфөнән ҡәләмдәштәре, яҡташтары, яҡындарының тәбрикләүендә лә Мәрйәм Сабирйән ҡыҙына ҙур ихтирам сағылды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтың Почет грамотаһы тапшырыуы ла яҙыусы ижадының мәртәбәһен күтәрҙе. Кисә Ейәнсураның йыр-моң оҫталарының музыкаль сығыштары менән үрелеп барҙы. Улар араһында башҡорт гимназияһының ҡарлуғасы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин да булды.
Пленар ултырыш яңы бурыстар ҡуйҙы
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы икенсе көндә лә бик тығыҙ программа көтә ине. Район хакимиәте бинаһында пленар ултырыш уҙҙы.
Ейәнсура районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Йәдкәр Ханнанов райондың социаль-иҡтисади үҫеше менән таныштырғандан һуң, бай йөкмәткеле докладтар яңғыраны. Төп һүҙ Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының ижадына, мәғариф мәсьәләләренә арналды. Уның "Этнопедагогика – халыҡтың тормош һабаҡтары" темаһына арналған сығышы айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
“Тәбиғәт һәр йән эйәһенә, һәр үҫемлегенә йәшәү һуты биргән, йәшәү юлын күрһәткән. Бары тик уны өйрәнергә кәрәк. “Тәбиғи ҡанундарҙы, һәр халыҡтың йәшәү ҡалыбын өйрәнеү – этнопедагогика ул” тигән һүҙҙәргә тәрән мәғәнә һалынған.
Ҡала шарттарында ла туған телен, йолаларын, тамырҙарын белеп үҫкән быуын тәрбиәләп була. Быны Мәрйәм апайҙың балалары миҫалында ла күрергә мөмкин. Тормош иптәше, билдәле ғалим Диҡҡәт Бураҡаев менән биш балалары донъяға килә. Ләкин Диҡҡәт Насретдин улы 48 йәшендә генә мәрхүм була. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы балаларын үҙе аяҡҡа баҫтыра. Бөгөн улар менән лайыҡлы ғорурлана әсә. Барыһы ла тормошта үҙ урынын тапҡан билдәле шәхестәр улар: өлкән улы Илгизәр – яҙыусы, ҡыҙы Зөһрә – яҙыусы, драматург, тәржемәсе, Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе, Ш. Бабич һәм С. Юлаев дәүләт премиялары лауреаты, кесе ҡыҙы Таңсулпан – кинорежиссер, рәссам, ҡыҙы Гөлнур – “Йәйләү” балалар йәйге лагеры программаһының авторҙашы. Балаларының туған телде белеүҙәренең, тормошта уңышҡа өлгәшеүҙәренең серен Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы бик ябай итеп аңлата. “Мин уларҙы үҙ ҡалыбында тәрбиәләнем. Уларҙың ҡалыбы – башҡорт булыу”, – тине ул.
Ғөмүмән, ултырыштағы һәр сығыш үҙенсәлекле фекерҙәре менән айырылып торҙо. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Айһылыу Хөсәйенова XX–XXI быуаттар арауығында мәғрифәтселек фәлсәфәһе һәм этнопедагогика темаһын яҡтыртты. Сибай ҡалаһы ҡоролтайы эргәһендәге ата-әсәләр комитеты рәйесе Айбулат Ураҙбахтиндың "Урал батыр" эпосында йәшерен фекерҙәр – "Туҡланыу сере" тураһындағы сығышы ла ҡатнашыусыларҙы битараф ҡалдырманы.
Башҡорт гимназия-интернаты асылғандан алып ошонда хеҙмәт иткән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Гөлбаныу Исмәғилеваның сығышы “Бәхеткә тоғро юл – тәрбиә” тигән темаға арналғайны. Иҫәнғолда башҡорт гимназияһының асылыу тарихын байҡап, ул ваҡытта ҡуйылған тәрбиә алымдарының бөгөн дә дауам итеүен иғтибарға алды ул. Йәнтөйәген яратҡан быуын тәрбиәләүҙең алымдары менән дә таныштырҙы.
Конференцияла тәҡдимдәр ҙә күп булды. Башҡорт әҙәбиәте дәреслегенә Мәрйәм Бураҡаеваның балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрен индерергә, халыҡ педагогикаһын өйрәнергә, тергеҙергә, М. Бураҡаева уҡыуҙарын йыл һайын уҙғарырға һәм башҡа фекерҙәр яңғыраны. Балаларыбыҙҙы халыҡ педагогикаһына таянып тәрбиәләйек, Мәрйәм апай башлаған юҫыҡта эште дауам итәйек, тигән һүҙҙәр урынлы булды.
Башҡорт гимназияһының тәүге ҡарлуғастары, Мәрйәм Бураҡаеваның уҡыусыларының ҡатнашыуы ла конференцияның мәртәбәһен арттырҙы. Уларҙың береһе Өфө Фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканының фән буйынса урынбаҫары Гөлшаян Әлимбаева ине.
Мәрйәм Бураҡаеванан алған белемде бөгөн үҙҙәренең дәрестәрендә ҡулланыуҙары тураһында ла өҫтәне күренекле педагогтың элекке уҡыусылары.
Конференцияны ойоштороуға күп көс һалған “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең рәйесе Рәйсә Күзбәкова ҡуйылған маҡсаттың үтәлеүен белдерҙе.
Мәрйәм Бураҡаеваны, уның хеҙмәттәрен, ижадын хөрмәтләп сит өлкәләрҙән килгән ҡатнашыусылар ҙа телебеҙҙең киләсәге өсөн янып көйгән замандаштарыбыҙ булып сыҡты. Силәбе өлкәһенең Сосновка районынан Рабиға Бикбулатова, телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы балалар баҡсаһынан башларға кәрәклеген билдәләп, ошо йүнәлештә күптән эш алып барыуы тураһында әйтте.
Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания Күҙбаева рухтың тап ауылда тәрбиәләнеүе тураһында фекерен белдерҙе.
Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының һәр һүҙендә тәрән аҡыл һалынған, уны тыңлаған һайын тыңлағы килә. Әлеге осрашыуҙа уға ҡарата “Һеҙ – милләтебеҙ әсәһе” тип әйтеүҙәре лә ғәжәп түгел ине.
Юбилей сараһына ғына ҡайтарып ҡалдырмай, уҡытыусыларға фәһем алырлыҡ конференция ойоштороуҙа Мәрйәм Бураҡаеваның башҡалар тураһында хәстәрлеге күренә.
– Конференциянан, әлбиттә, ҡәнәғәтмен. Район хакимиәте башлығы Ейәнсурала юбилейымды уҙғарыу тураһында тәҡдим менән сыҡҡас, йырлап-бейеп кенә байрам уҙғараһы килмәне, “Бураҡаева уҡыуҙары” ойошторайыҡ, тинем. Уны уҙғарғанда “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге, мәғариф бүлеге ярҙам итте. Сараны башынан алып аҙағынаса ойоштороуға башҡорт гимназияһы ҙур көс һалды. 30 йыл элек асылған был гимназия менән бәйләнеш бер ҡасан да өҙөлмәне. Коллективта үҙем эшкә алған уҡытыусыларҙың да булыуы һөйөндөрә. Һәр халыҡтың үҙенең үҫеш ҡалыбы бар. Балаларҙы шул үҫеш ҡалыбында үҫтерһәң, халыҡ тәрбиәле була. “Урал батыр“ эпосында һын тигән төшөнсәгә ҙур әһәмиәт бирелгән. Һын – ул арҡа һөйәге. Кешенең һыны арҡа һөйәгенә бәйләнгән. Арҡа һөйәге ныҡ икән, ул кеше сәләмәт була, ауырымай. Балаларҙа һынмаҫ һын ҡалдырырға кәрәк, – тигән теләктәрен еткерҙе Мәрйәм апай.
Республикабыҙҙың йәмәғәт тормошонда бөгөн ҡайнап йәшәгән, арымай-талмай халҡына хеҙмәт иткән Мәрйәм Бураҡаева – йәмғиәтебеҙ өсөн тәрбиәлелек өлгөһө.
Вәдүт ИСХАҠОВ, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире:
– Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында эш башлағас, миңә “Тормош һабаҡтары” дәресен уҡытырға бирҙеләр. Бер ниндәй тәжрибәм юҡ. Әлбиттә, нисегерәк уҡытырмын, тип тәүҙә баҙап ҡалдым. Шул йылда гимназияла башҡорт халыҡ йолалары буйынса республика семинары үткәрелде һәм унда миңә асыҡ дәрес күрһәтеү бурысы ҡуйылды. Ләкин ябай ғына дәрес булманы ул. Дәресемә “Тормош һабаҡтары”ның авторы Мәрйәм Бураҡаева үҙе килеп инде. Был минең өсөн көтөлмәгән дә, ҡыуаныслы ла ваҡиға ине. Әлбиттә, йәш белгестең етешһеҙлектәре лә булғандыр, ләкин ул дәресемде маҡтап, юғары баһа биреп, ҡанатландырып сығып китте. Шул ваҡытта Мәрйәм Сабирйән ҡыҙын оҫта уҡытыусы ғына түгел, яҡшы кеше булараҡ та астым. Күңелемдә ышаныс тыуҙырыуы уҡытыусылыҡ эшемдә артабан ҡаҙаныштарға өлгәшеүгә булышлыҡ итте.
Мәрйәм апай! Юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым! Халҡыбыҙ өсөн бөтә күңелегеҙҙе һалып эшләгәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!
Рәйсә Күзбәкова:
– Мәрйәм Бураҡаеваның проекттарын тормошҡа ашырыу менән байтаҡтан шөғөлләнәбеҙ. Мәғариф министрлығында эшләгән саҡта “Йәйләү” балалар ял лагерын ойоштороуҙа ла ҡатнаша инек. Артабан “Башҡортостан ынйылары”, әлеге көндә “Урал батыр мәктәбе” проекттарын тормошҡа ашырабыҙ. Был юлы Мәрйәм апай “Бураҡаева уҡыуҙары”н ойоштороуҙы ышанып тапшырҙы. Ул этнопедагогика темаһына арнап үткәрелде. Мәрйәм апайҙа мине иң ныҡ һоҡландырғаны – егәрлелеге, иҫ китмәле аҡыллы булыуы һәм киң фекер йөрөтә белеүе. Ул халыҡ педагогикаһын, халыҡтың аҡылын һәйбәт тойомлай. Бөгөн әҫәрҙәренә анализ яһағанда ла быға һоҡланып тыңлап ултырҙыҡ. Шундай апайыбыҙ булыуы менән бик бәхетлебеҙ.
Гөлшаян Әлимбаева:
– Башҡорт гимназияһының тәүге ҡарлуғастары рәтендә “Тормош һабаҡтары”н иң беренселәрҙән булып Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының үҙенән алырға тура килде. Бының менән бик бәхетлебеҙ һәм уға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Ул биргән тормош һабаҡтары, ысынлап та, ғүмер буйына хеҙмәт итә. Минең фән юлын һайлауымда ла Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының йоғонтоһо бар. Уҡытыусыма ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.
Сания Күҙбаева:
– Беҙҙең башҡорт ауылында дәртле, рухлы халыҡ йәшәй. Районда башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән берҙән-бер мәктәп беҙ. Район хакимиәте, Ырымбур өлкәһе тарафынан ярҙам тоябыҙ, урта мәктәп булып ҡала киләбеҙ. Уҡыусыларыбыҙ ҙа үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән һынатмай, район хакимиәтенең премияһына ла лайыҡ булалар. Мәрйәм апайҙың “Тормош һабаҡтары” китабы беҙҙең өсөн дә тәрбиә алымы, уның ярҙамында класс сәғәттәре уҙғарабыҙ. Был сараға ашҡынып килдем. Гимназия коллективының, уҡыусыларының шул тиклем рухлы, шәп булыуҙары һоҡландырҙы.
Гөлбаныу Исмәғилева:
– Үҙенең тыуған ерен белгән, уның тарихын өйрәнгән, тәбиғәтен яратҡан бала тыуған илен һөйөр, ата-әсәһен, туғандарын яратҡан бала туған халҡын да яратыр. Мин балаларға ауылдарҙы йәшәтеү, һаҡлап ҡалыу тураһында ла аңлатам. Был темаға һөйләшкәндә егеттәргә айырым өндәшәм: “Беҙҙең ауылдарҙың киләсәге – һеҙҙең ҡулда. Борон-борондан халҡыбыҙҙа шундай йола йәшәп килгән: ғаиләләге төпсөк малай атай йортонда йәшәргә тейеш булған. Бына шулай итеп атай нигеҙе һаҡланған”. Күренекле мәғрифәтсе Р. Фәхретдинов “Халыҡтарҙы ла, айырым заттарҙы ла бәхет майҙанына алып бара торған юлдарҙың иң тоғроһо – гүзәл холоҡ менән яҡшы тәрбиәлер” тигән. Балаларға яҡшы холоҡ менән яҡшы тәрбиәне беҙ – өлкәндәр – бирәбеҙ.
Рабиға Бикбулатова:
– Мәрйәм апай беҙҙең Силәбе яҡтарында ла булып, эшебеҙгә йүнәлеш бирҙе. Уның аҡыллы, сабыр булыуы, тәрән фекер йөрөтөүе беҙҙең өсөн өлгө. “Бураҡаева уҡыуҙары” конференцияһынан бай тәьҫораттар алып ҡайтам.
Ейәнсура районы.
Автор фотоһы.