Быйыл ҡыш бигерәк ҡаты килде. Хатта 40 градус һыуыҡтар булды. Әммә Бәләбәй ҡалаһында һәм районында йылылыҡ һәм эҫе һыу биреүҙә өҙөклөктәргә юл ҡуйылманы. Ҡалалағы меңдәрсә кешелек күп фатирлы йорттарҙы ҡышҡы айҙарҙа йылы тотоу, эҫе һыу менән тәьмин итеү, уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн ниндәй тырышлыҡ кәрәклеген “Теплоэнерго” йәмғиәте директоры Сергей Лущиц яҡшы белә.
Сергей Лущиц – ғаилә династияһының береһе. Сергей Анатольевич 1998 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлағандан һуң яҙмышын ошо предприятиеға бәйләй. Ябай слесарҙан башлай ул хеҙмәт юлын. Яйлап тармаҡтың асылына төшөнә, йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеүҙәге эш алымдарын өйрәнә. Заманса технологияларға таянған ойошмала газ ҡаҙанлыҡтарын хеҙмәтләндереүҙең айышына төшөнә. Мастер, директор урынбаҫары дәрәжәһенә өлгәшә. Тәжрибәле, юғары ойоштороу һәләтенә эйә белгесте предприятие етәксеһе итеп ҙур ышаныс күрһәттеләр.
Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһында ғына түгел, республикала алдынғылар иҫәбендә. Улар хеҙмәтләндергән йорттарҙа йәшәгәндәр хаҡлы рәүештә, йәмғиәттән уңдыҡ, тиҙәр, сөнки хеҙмәтләндереү сифаты юғары.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүе – ауыр ҙа, яуаплы ла эш. Ул ифрат ҙур көс, таһыллыҡ, сослоҡ талап итә. Ең һыҙғанып тир түккәндә генә һөҙөмтәһе үҙеңде лә, халыҡты ла ҡыуандыра. Шуға күрә беҙҙә уңғандар, тырыштар, үҙ көсөнә ышанғандар ғына эшләй, – ти етәксе Сергей Анатольевич үҙенең хеҙмәттәштәре менән ғорурланып.
Йәмғиәт Бәләбәй ҡалаһындағы биш эре ҡаҙанлыҡтың эше өсөн яуаплы, бынан тыш, Приют, Аксаков ҡасабаһында, “Аҡсарлаҡ” балалар һауыҡтырыу комплексында – йәмғеһе 55 ҡаҙанлыҡтың эшен көйләй. Предприятие йөҙ саҡрымдан ашыу йылылыҡ селтәрен хеҙмәтләндерә, ҡалалағы 521 торлаҡ йортто йылы һәм 138- ен эҫе һыу менән тәьмин итә. 2022 йылда капиталь ремонт эштәренә 34,5 миллион һум аҡса тотонолған. Быйыл да эш күләме ярайһы ғына булыр тип көтөлә. Аксаков ҡасабаһындағы ҡаҙанлыҡ бинаһы 1959 йылда төҙөлгән. Уны капиталь ремонтлау, Приют ҡасабаһында торбаларҙы яңыртыу күҙаллана.
Йәмғиәт Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы тәҡдиме буйынса тармаҡта Рәсәйҙең ун алдынғы ойошмаһы милли реестрына индерелде. Башҡа төрлө юғары исемдәр, Маҡтау грамоталарына лайыҡ булыуҙары ла оло абруй, фиҙакәр хеҙмәт хаҡында һөйләй.
Предприятиела тырыш эшсәндәр етерлек. Баш энергетик Ришат Заһретдинов, баш инженер Риф Хәйретдинов, участка начальнигы Владислав Болдырев, баш бухгалтер Роза Корневаға таяна етәксе. Ғаилә династияһынан Ғилметдиновтар, Лущиц ғаиләләре уңғандары тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә эшкә тотонорға әҙер.
“Теплоэнерго” хеҙмәткәрҙәре Бәләбәй халҡынан үҙҙәренең эше өсөн рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә, иң мөһиме, ҡыш имен үтте, йорттарҙа йылы һәм яҡты булды.
- Г. ӘМИНЕВА
Бәләбәй ҡалаһы