Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2023, 08:55

Үрген тураһында китап сыҡты

Ауылдың күп йыллыҡ данлы тарихы бар

Үрген тураһында китап сыҡты
Үрген тураһында китап сыҡты

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала мәғариф ветераны, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы Юлай Солтанбаевтың "Башҡорт Үргене ауылы" тигән китабының исем туйы ойошторолдо.

– Беҙҙең Башҡорт Үргене ауылы тураһында яҙма сығанаҡтар бик аҙ, ололарҙың хәтирәләрен яҙып алыусылар ҙа булмаған тиерлек, – тип һөйләй Юлай Вәли улы. – Уйлап ҡараһаң, ошо Үргендең күп йыллыҡ данлы тарихы бар, быуаттар буйы ул тирә-йүндәге иң ҙур ауылдарҙың береһе һәм мәғрифәт үҙәге булған.

Юлай Солтанбаев һөйләүенсә, йыйынтыҡ ауылыбыҙҙың бай тарихының бәләкәй генә өлөшөн үҙенең эсенә алған. Киләсәктә уны тулыландырып баҫтырыу күҙ уңында тотола.

Фото: Хәҙисә Вәлиева.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: