Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2023, 14:30

Сәхәргә - үҙе үҫтергән мандариндар

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан Сәғирә Ғәбитова был юлы сәхәргә үҙе үҫтергән мандариндарҙы өҙөп алыуы хаҡында хәбәр итә

Сәхәргә - үҙе үҫтергән мандариндар
Сәхәргә - үҙе үҫтергән мандариндар

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылынан уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе Сәғирә Ғәбитованың йортонда ниндәй генә гөлдәр үҫмәй! Ул бигерәк тә цитрус һәм экзотик үҫемлектәр үҫтерергә ярата. Йыл әйләнәһенә лимон, мурайя, ҡыҙыл паслен ағастары емеш биреп сыға. Әле уңған хужабикә үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә сәхргә үҙе үҫтергән мандариндарын өҙөп алыуы тураһында хәбәр итә.

"Изге айҙың беренсе көнөндә сәхәр сәйе эсеү өсөн үҙем үҫтергән мандариндарҙы өҙөп алдым. Ошо бәхеттер тип уйлайым.
Шулай уҡ бәләкәй генә ананас емешен өҙөп алып, эргәһендә үҫеп сыҡҡан биш үҫентене айырып ултыртып та ҡуйҙым. Хәҙер инде ананастар туғыҙ төп булып киттеләр, машаллах!"- тигән ул.

Тимәк, тиҙҙән ананастар ҙа үҙ емешен бирер әле...

Фото: Сәғирә Ғәбитованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

 
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: