Асҡын районының Ҡубияҙ ауылында 2024 йылда 120 урынлыҡ мәктәп төҙөләсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 24 мартта Ҡубияҙ ауылының 20-се дөйөм урта белем биреү усағын барып күрҙе.
Бында 1965 һәм 1988 йылдарҙа төҙөлгән ике бинала белем бирәләр. Төп корпус яраҡһыҙ тип табылып ябылған. Бөтәһе 100 балаға иҫәпләнгән был иҫке биналарҙа әле 151 бала уҡый.
Мәктәп директоры Азат Әхмәтйәнов, яңы мәктәпте төҙөү эштәре 2023 йылдың апрелендә башланасаҡ, тип белдерҙе. 120 урынға иҫәпләнгән мәктәп бинаһында шулай уҡ 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы, ашхана, спорт залы, медицина блогы буласаҡ. Проекттың дөйөм хаҡы - 316,4 миллион һум. Объектты адреслы инвестиция программаһына индергәндәр, ул 2024 йылда тамамланырға тейеш.
Уҡытыусылар коллективы мәктәп автобустары өсөн йылы гараж да һораны.
- Ҡубияҙ – үҙенсәлекле ауыл, - тип билдәләне Радий Фәрит улы. - Бында мәктәп күптән кәрәк ине. Ҡубияҙҙа уҡып сыҡҡан балалар Тыуған илде һаҡлай, араларында геройҙар ҙа бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм булыусылар ҙа… Бындай мәктәптәрҙә – ысын Рәсәй, ысын Башҡортостан. Ҙур ауылдарҙа мәктәптәрҙе һаҡлау кәрәк.