Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2023, 15:34

Яңы техника эш һөҙөмтәлелеген арттырған

Тиҙҙән ағас ултыртыу айлығы башлана.

Бала саҡтан “урман – ерҙең үпкәһе” тип үҫтек. Йәшел ҡалҡан бынан тыш та бик күп функцияларҙы үтәй – беҙҙе төрлө сеймал менән тәьмин итә, алыштырғыһыҙ төҙөлөш материалы, ял итеү урыны, йылға-күлдәрҙе һаҡлаусы, ҡырағай хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың йорто һәм башҡалар. Шул уҡ ваҡытта ул үҙе лә яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Был йәһәттән һуңғы йылдарҙа дәүләт кимәлендә төрлө прог­раммалар һәм “Экология” милли проекты тормошҡа ашырыла, яҙын һәм көҙөн урмандарҙы тергеҙеү буйынса ҙур күләмле акциялар ойошторола. Ошо хаҡта Нуриман урман хужалығы директоры Азамат НУРҒӘЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Әйткәндәй, ул Урман һәм ағас эшкәртеүселәр сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы “Башҡортостан” гәзите ойошторған “Иң яҡшы урман хужалығы етәксеһе” конкурсында I урын яулағайны.

 

– Азамат Вәзир улы, уҙған йыл һеҙҙең хужалыҡ өсөн иҡтисади йәһәттән нисек булды? Ни тиһәң дә, илебеҙ ҡатмарлы, санкциялар осоронда йәшәй...

–  Былтырғы йылды уңышлы тамамланыҡ, хужалыҡта тотороҡлоҡ һаҡланды. Бер генә янғынға ла юл ҡуйманыҡ. Быға “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты ла булышлыҡ итә, сөнки һуңғы йылдарҙа янғынға ҡаршы техника алдыҡ – өс “Беларусь”, бер махсус һыу резервуары, вездеход автомобиль. Шулай уҡ урман эштәре өсөн һабандар, ер эшкәртеү өсөн культиваторҙар, “УАЗ” машинаһы бирелде. Элеккеләрен дә ремонтлап, яңыртып торабыҙ.

Яңы техникалар алғас, эш һөҙөмтәлелеге артты. Йыл һайын 80 – 100 гектар майҙанда ағас ултыртабыҙ. Урман ҡуртымсылары предприятиелары менән килешеү нигеҙендә компенсация урмандарын тергеҙәбеҙ.

Әле хужалыҡта 47 кеше иҫәпләнә. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, кешеләр дәртләнеп эшкә йөрөй.

 

– Әйткәндәй, ҡайһы бер хужалыҡтар, йәштәр эшкә килмәй, тип зарлана. Һеҙҙә был хәл нисек тора?

– Беҙ, йәштәрҙе хужалыҡҡа эшкә ҡайтарыр өсөн, уҡыу йорттарының студенттары менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Былтыр ошондай сараларҙан һуң Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған йәш белгес – урман тергеҙеү инженеры, Өфө урман хужалығы техникумынан белгес урман мастеры булып эшкә килде. Улар сығышы менән Нуриман районынан, шуға ла был икеләтә отошло, сөнки улар тыуған ерҙәренә ҡайтты.

Һуңғы йылдарҙа Урман хужалығы министрлығында йәш белгестәргә ярҙам итеү маҡсатында ҡабул ителгән махсус прог­рамма ла эшләп килә. Уға ярашлы, төҙөлөш өсөн сиратһыҙ ағас бирелә.

Инде 30-40 йыл хеҙмәт стажы булған тәжрибәле хеҙмәткәрҙәребеҙ хужалыҡта әлегә төп терәк булып ҡала, эште белеп тора, урынына еткереп үтәй. Улар йәштәрҙе лә эшкә өйрәтә.

 

– Тышта яҙ, тимәк, тиҙҙән ағас ултыртыу эштәре лә башланасаҡ. Һеҙҙең хужа­лыҡ ағас ултыртыу эштәренә әҙер­ме?

 – Беҙҙең өс питомнигыбыҙ бар, улар 15 гектар майҙанды биләй. Йыл һайын 700–800 мең үҫенте ултыртабыҙ, шулай уҡ йәш ағастар менән ҡуртымсыларҙы ла тәьмин итәбеҙ. “Йәшел айлыҡ”, “Йәшел Башҡорт­остан”, “Еңеү урманы” кеүек акцияларҙа ҡатнашабыҙ, урмандарҙа һәм парктарҙа ағас ултыртабыҙ. Быйыл дәүләт килешеүе буйынса районда 70 гектар майҙанда ағас ултыртасаҡбыҙ, шулай уҡ 60 гектарҙа – компенсация урманы, акция буйынса яҙғы миҙгелдә – алты гектар, көҙгө миҙгелдә өс гектар майҙанда урман тергеҙеү ҡаралған.

Әйткәндәй, орлоҡтарҙың сифаты өсөн көрәш тубырсыҡ йыйыуҙан башлана. Ҡарағайҙан декабрь — март айҙарында, ябай шыршынан ноябрь — февраль айҙарында  әҙерләйҙәр. Йыл һайын план үтәлә: былтыр 80 килограмм ылыҫлы үҫентеләр орлоғон әҙерләнек.

Шыршы һәм ҡарағайҙың да уңдырышлы һәм уңышһыҙ йылдары була, ҡарағайҙың яҡшы уңышы – 45 йылға бер тапҡыр, шыршының уңышы 57 йылға бер тапҡыр ҡабатлана. Орлоҡтарҙың яртыһын тиерлек ҡоштар һәм хайуандар юҡ итә, бер өлөшөн ел осора. Үҫентеләр үлән япмаһында ла шытып сыға алмай, ҡояш йылыһын һәм ҡырауҙы күтәрә алмай,  күпселеге һәләк була.

Ҡырҡылған урманды бер-ике йыл эсендә тергеҙеү мөмкин түгел. Был оҙайлы процесс, шуға күрә киләсәктә ҡола ялан булған күңелһеҙ ерҙә ҡалмаҫ өсөн яңы ағастар ултыртырға кәрәк. Беҙҙең кеүек хужалыҡтар ошо йүнәлештә эшләй ҙә инде.

 

– Белеүебеҙсә, урман хужалыҡтары башҡа эшмәкәрлек менән дә әүҙем шөғөлләнә?

– Эйе, беҙҙең хужалыҡтың эшмәкәрлеге киң. Үҙебеҙҙең таҡта бысыу цехыбыҙ, кип­тергес мейесебеҙ бар. Халыҡтың ихтыяжы буйынса ағас бысабыҙ, таҡта һәм бурса әҙерләйбеҙ, бура бурайбыҙ, төрлө әйберҙәр эшләйбеҙ – ултырғыс, эскәмйә, өҫтәл, беседка, бәҙрәф  һәм башҡалар.

 

– Һеҙ һәм хеҙмәттәштәрегеҙ райондың йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Яңыраҡ “Атайсал” проектында ҡат­нашҡан өсөн һеҙгә Рәхмәт хаты тапшырылды...

– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылды “Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы” тип иғлан итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ә “Атайсал” проекты 2021 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Ошо проектта ҡатнашып, райондың матур ауылдарының береһе – Яңы Исайҙа әүлиә Фазлетдин мулла шишмәһен төҙөкләндерҙек. Халыҡ һәм ҡунаҡтар “изге урын” тип унда йыш килә.

Беҙҙең хужалыҡ райондағы етемдәр йортона даими ярҙам күрһәтеп  тора: канцелярия тауарҙары алып бирә, Яңы йыл бүләктәре әҙерләй. Урман хужалығы ветерандарына утын менән ярҙам итә. Махсус хәрби операция биләмәһенә төҙөлөш материалдарын даими оҙатабыҙ. Шулай уҡ райондан фронтҡа киткән егеттәргә гуманитар ярҙам күрһәтәбеҙ. Уларҙың ғаиләләренә 50 процент ташлама менән утын бирәбеҙ, бушлай алып барабыҙ. Ғөмүмән, район хакимиәте менән берҙәм эшләйбеҙ, ошондай сараларҙан ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ.

 

– Азамат Вәзир улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Киләсәктә йәшел ҡалҡанға тоғро ҡалып, уны арттырыу йүнәлешендә тос өлөш индереүегеҙҙе теләйбеҙ.

Азамат Вәзир улы НУР­ҒӘЛИН 1982 йылда Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылында тыуған. Ырымбур өлкәһендә ике һөнәри училищены, Башҡортостан дәү­ләт аграр университетын тамам­лаған. Урман тарма­ғында 2009 йылдан эшләй. Ябай водитель, урман мастеры, участка мастеры, директор урынбаҫары, 2017 йылдан Нуриман урман хужалығы директоры вази­фаһын башҡара. Өлкәне үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Башҡор­тостан Урман хужалығы ми­нистр­лығының, Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләк­ләнгән.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: