Халыҡта шундай шаяртыу бар: ҡар менән бергә асфальт та ирей. Шаярыу шаярыу менән, әммә ысынлап та яҙ һайын Рәсәй халҡы ошо проблема менән осраша. Мартта ҡар һәм боҙ ҡатламы ирей башлау менән юлдарҙа соҡорҙар барлыҡҡа килә. Бының сәбәбе билдәле: температураның бер йылынып, бер һыуыныуы юл япмаһының боҙолоуына килтерә. Соҡорҙар иһә хәүефһеҙлек менән проблема тыуҙырыуы бар: улар арҡаһында авариялар арта.
Быйыл да Башҡортостан халҡын әлеге проблема урап үтмәне. Был турала “Инцидент-Менеджмент” системаһына килгән мөрәжәғәттәр ҙә һөйләй. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә, уҙған аҙнала юлдар торошона бәйле ялыуҙар бермә-бер артҡан. Айырыуса муниципаль юлдарҙың сифатына ҡағылышлы дәғүәләр күп – 1124 мөрәжәғәт килгән. 39 кеше республика һәм 21-е федераль трассаларҙағы юл торошона ялыу иткән. Һәр ваҡыттағыса дәғүәләрҙең төп өлөшө Өфөгә тура килә, артабан Стәрлетамаҡ менән Октябрьский ҡалалары, Стәрлетамаҡ һәм Шаран райондары.
Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ваҡытында ямау мәсьәләһе республика властары иғтибарынан ситтә ҡалғаны юҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та уны шәхси контролендә тота. Был аҙналағы Хөкүмәт кәңәшмәһендә ул, республикала асфальт-бетон заводтары ҡасан эшләй башлаясаҡ, тип ҡыҙыҡһынды. Заводтар планға ярашлы 1 апрелдән эш башлай. Иртәрәк башлауҙан мәғәнә юҡ, сөнки эҫе асфальт менән көндәр сағыштырмаса йылынғас ҡына ремонт яһарға мөмкин. Шуға күрә ошо ваҡытҡа тиклем юл бригадалары һалҡын асфальт менән эш итә.
Өфөгә килгәндә, ремонт эштәре февралдән башланды. Юл хеҙмәткәрҙәре һалҡын асфальт һәм ҡырсынташ-битум ҡатнашмаһын файҙалана. Был технологиялар һалҡын көндәрҙә лә эшләргә мөмкинлек бирә. Бөгөнгә ҡарата юлдағы соҡорҙарҙың өстән бер өлөшө ямалған да. Был турала республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов менән Өфө хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
“Бөгөн беҙҙә тәүлек һайын 30–35 тонна ҡойма асфальт етештерелә, соҡорҙарҙы ямай башланылар, 1700 самаһы соҡор һанлы форматҡа күсерелде, – тине Александр Клебанов. – Соҡорҙарҙы махсус программаға күсереп, урындарҙа муниципалитет вәкилдәре цифрлаштыра, һуңынан был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эште онлайн режимында контролдә тоталар”.
Әлеге ваҡытта баш ҡаланың Цюрупа урамында соҡор ямау эше тамамланған да. Ә дөйөм алғанда, бер юлы туғыҙ бригада эшләй һәм улар соҡорҙарҙың 30 проценттан ашыуын ямап бөткән.
Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн Өфө хакимиәте сайтында соҡорҙарҙы ямау буйынса Интерактив карта эшләй. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡала халҡынан шәхси кабинет аша юл япмаһы боҙолған участкалар буйынса көнүҙәк мәғлүмәт алырға һәм ошо проблемаларҙы тиҙ арала хәл итеү буйынса саралар күрергә мөмкинлек бирә.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА