Кисә хәбәр итеүебеҙсә, эшҡыуар Тимерғәле Ураҙғолов махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылау менән бергә республика баҫмаларын, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзитен дә алып барғайны. Бына ул был турала нимә ти:
“Вәғәҙә иткәнемсә, был юлы егеттәрҙе посылкалар һәм техниканан тыш нимәләр менән ҡыуандырғанымды һөйләйем. Һуғыш хәрәкәттәре зонаһында интернетты ҡулланыу хәүефһеҙ түгел. Шуға күрә яугирҙәр күп осраҡта яңылыҡтарҙы, республикала нимә барғанын белмәй. Беҙ шул мәлде күҙ уңында тотоп, уларҙың хәрби көндәлек тормошон бер аҙ күңеллерәк итергә булдыҡ. Уларға "Башҡортостан" һәм "Йәшлек" республика баҫмаларының яңы һандарын алып барҙыҡ. Бындай посылкаға егеттәр, туғандарын һәм бик яҡындарын күргән кеүек, шат булдылар.
Гәзиттәрҙең буяу еҫе өй мөхитенә, Башҡортостанға ҡайтарғандай итте, тинеләр.
Беҙ үҙебеҙ менән яугирҙар, уларҙың хеҙмәте, көн һайын тылдан гуманитар конвойҙар йыйырға ярҙам итеүселәр тураһында яҙған гәзиттәрҙең һандарын алдыҡ. Баҫмаларға көн һайын ярҙам иткән кешеләр тураһында яҙғанығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙҙең үтенесте кире ҡаҡмай, гәзит һанын бүлгәнегеҙ өсөн рәхмәт.
Беҙ почтольон булырға һәм егеттәргә тыуған яғыбыҙҙан гәзит, журналдар алып барырға ризабыҙ. Башҡа редакциялар ҙа ҡушылырға теләһә, рәхәм итегеҙ”, – тип яҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".