Йәмғиәт
26 Март 2023, 05:00

"Уҡытыусыбыҙ ҡайтты!"

Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугир үҙе эшләгән мәктәпкә килгән. Уның әйтеүенсә... 

"Уҡытыусыбыҙ ҡайтты!""Уҡытыусыбыҙ ҡайтты!"
"Уҡытыусыбыҙ ҡайтты!"

Интернет селтәрендә матур йөкмәткеле видео таралды: уҡытыусы махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡас, үҙе эшләгән мәктәпкә балаларҙы һәм коллегаларын күрергә килә. Ул - физкультура уҡытыусыһы. Ярты йыл һалдат кейеме кейеп, тыуған ил именлеге һағында булғандан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. 

Видеонан күренеүенсә, балалар уҡытыусыны ихлас ҡосаҡлап, һағыныуын, хөрмәтен белдерә. Яугир егет тә: "Бына һеҙҙе күрергә килдем, һағындым. Хаттарығыҙ өсөн рәхмәт!" - ти. 

Сығанаҡтарҙан күренеүенсә, был хәл Ессентуки ҡалаһындағы мәктәптә булған. 

Ил именлеге һағындағы яугирҙәрҙең барыһына ла имен-һау ҡайтырға яҙһын! 

Видео "Не поверишь!" төркөмөнән, фото - видеонан скриншот.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас