Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2023, 18:00

Дөрөҫ төнәтһәң, ифрат файҙалы!

Гөлйемеш - күп сиргә дауа

Дөрөҫ төнәтһәң, ифрат файҙалы!
Дөрөҫ төнәтһәң, ифрат файҙалы!

Үҙебеҙҙә үҫкән гөлйемеш ифрат файҙалы. Уның төнәтмәһе давлениены төшөрә, йөрәк-ҡан әйләнешен нығыта. Шулай уҡ ҡан яһалыуына ыңғай тәьҫир итә, организмдың торошон яҡшырта, яраларҙың бөтәшеүен тиҙләтә, һөйәктәрҙең тиҙерәк ялғаныуына, үт ҡыуығы һәм бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Гөлйемеш яҙғы авитаминоз менән дә һәйбәт көрәшә. Әммә был емештең файҙаһы ҙур булһын тиһәгеҙ, унан дөрөҫ итеп төнәтмә әҙерләү мотлаҡ.

Белгестәр уны тик термоста төнәтергә кәңәш итә, сөнки унда бөтә витаминдар һәм файҙалы матдәләр тулыһынса һаҡлана. Матур итеп һаҡланған емештәрҙе һайлап алып, күгәргәндәре эләкмәһен, кран аҫтында йыуабыҙ. Артабан быяла һауытта ағас суҡмар менән иҙеп алабыҙ, былай иткәндә бар файҙалы матдәләр сығасаҡ. Өс аш ҡалағы емеш иҫәбенә бер литр 80 градуслы ҡайнаған һыу һалып (үтә ҡайнар ярамай, юҡһа витаминдары кәмей), ҡаплап ҡуябыҙ һәм 7-8 сәғәттән төнәтмә әҙер. Шуныһы мөһим: 15 дана гөлйемештә тәүлеклек норма С витамины бар. Шуға ла көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан гөлйемеш төнәтмәһе эсеү организмды витаминдарға байытып, күп сирҙәрҙән профилактика булып тора.

Фото pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: