Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ошо өлкәлә эшләгән матур ҡыҙҙар араһынан иң сибәрен һайлап алыу өсөн “Яҙ ҡыҙы” конкурсын иғлан иткән. Тәүге һайлап алыу турын беҙҙең яҡташбыҙ – министрлыҡтың Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәре Ольга Калинина уңышлы үтеп, ярамфиналға эләккән.
Әле ҡотҡарыусыларҙың “Яҙ ҡыҙы” конкурсының ярымфиналында 18 ҡыҙ көс һынаша. Улар араһында исемлектә Ольга Калинина 2-се һан аҫтында тора.
Яҡташыбыҙға ярам итәйек. Түбәндәге һылтанма аша тауыш бирергә мөмкин:
https://vk.com/poll-32123991_836687412
Фото: @mchsrb