Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2023, 13:21

Аҡназарҙың киләсәге өмөтлө

Йәнтөйәккә яңы һулыш биргән.

Заманында Мәләүез районының “Марс” колхозы иҡтисади күрһәткестәре буйынса алдынғылар рәтендә ине. 

– Ул саҡтағы етәксе Флүр Зиннур улы Ураҙмәтов хужалыҡты оҫта етәкләне, эшкә талапсан булыуы менән айырылып торҙо, – тип хәтерләй ул йылдарҙы бригадир булып эшләгән Марат Ғүмәр улы Баһауетдинов.

Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, хужалыҡты башта МТС-ҡа ҡушалар. Марат Баһауетдинов иһә ауылды һаҡлап ҡалайым, унда йәшәүселәргә эш булһын тип, фермерлыҡ эшен асырға ҡарар итә. Әлбиттә, хакимиәт яғынан да ярҙам була. 67 гектар ерҙән, һигеҙ һыйырҙан башлап алып китә эшен. Яйлап сәсеүлек майҙаны 550 гектарға еткерелә.

– Былтырғы уңыштан ҡәнәғәтбеҙ. Арыш, бойҙай, көнбағыш, күп йыллыҡ үлән – һәммәһе лә юғары күрһәткестәр менән һөйөндөрҙө, – тип дауам итә ул һүҙен. – Беренсе тапҡыр ҡарабойҙай сәсеп тә оттоҡ. Пайсылар алдында йөҙ яҡты: һәр ҡайһыһына ашлыҡ тараттыҡ.

16 йыл фермерлыҡ йөгөн тартҡан Баһауетдиновтар ғаилә менән эшләй, тип әйтһәк тә дөрөҫ булыр. Хәләл ефете Әминә Исхаҡ ҡыҙы 100 баш һауын һыйырын, быҙауҙарҙы тәрбиәләүҙе ойошторһа, өлкән улдары Румил Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетын тамамлап, игенселек тармағын алып бара. Рәмил улдары Себер тарафтарында эшләй.

Баһауетдиновтар – изге йөрәкле ғаилә. Ауыр хәлдә ҡалған ике етем баланы ҡарап үҫтерәләр, яҡшы тәрбиә бирергә тырышалар. Хәҙер инде Сусанна медицина колледжын тамамлап, эшләп йөрөй, ә Артур Мәләүез ҡалаһында колледжда белем ала. Ял һайын улар ҡанат биргән тыуған йорттарына ашҡынып ҡайта, күнегеп үҫкәнгә, бер эштән дә ҡурҡып тормай, белеп атҡаралар.

Аҡназар – бик күркәм ауыл. Нөгөш һыуһаҡлағысына яҡын урынлашҡан. Яҡында – Ағиҙел, Нөгөш йылғалары, киң туғайлыҡтар. Ауыл төҙөк, халҡы уңған. Шулай ҙа фермерҙы йәштәрҙең йәнтөйәктә ҡалмауы борсой. Ә бит ул үҫкәндә ғаиләһендә алты малай, өс ҡыҙ – йәмғеһе һигеҙ бала буй еткерә.

Йәштән үк игенсе һөнәренең ауырлығын күреп үҫкән егет заманында Үзбәкстанда эшләй, ләкин күңеле һәр саҡ тыуған ауылына тартыла һәм бының менән бөгөн бәхетле. Талапсан етәксе булһа ла, кеселекле, кешелекле, изге күңелле Марат Ғүмәр улының эшен яҡташтары лайыҡлы баһалап, ауылға икенсе һулыш биргәне өсөн рәхмәт әйтә.


Гөлсимә СӘЛИХОВА

Читайте нас: