Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2023, 23:10

"Ҡала буйлап йөрөү күңелле, тиҙәр"

Радий Хәбиров: Благовещенда бер генә алданған өлөшсө лә юҡ.

"Ҡала буйлап йөрөү күңелле, тиҙәр"
"Ҡала буйлап йөрөү күңелле, тиҙәр"

28 мартта Благовещенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Комаров урамындағы 140 фатирлыҡ яңы туғыҙ ҡатлы йортто ҡараны. Ул 2022 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырылған.

Объектты 2008 йылда төҙөй башлайҙар, әммә донъяуи финанс көрсөгөнән һуң йорт төҙөлөшө туҡтап ҡала. 2020 йылда төҙөүсе – Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө фонды – төҙөлөп бөтмәгән бинаны тикшерә һәм техник экспертиза үткәрә, шунан һуң эштәрен тергеҙә.

- Яҡынса өс йыл элек Башҡортостан төҙөлөп бөтмәгән объекттар һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләне. Бындай хәл төрлө сәбәптәр арҡаһында, шул иҫәптән ҡайһы бер төҙөүселәрҙең оятһыҙлығы арҡаһында килеп сыға. Алданған өлөшсөләр Благовещенда ла була. Муниципалитет башлығы ярҙамы менән уларҙың мәсьәләләрен хәл иттек, хәҙер бында бер генә алданған өлөшсө лә юҡ, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса Башҡортостан - илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбендә.

2023 йыл башына йорт фатирҙарының бер өлөшөнә йәшәргә урынлашҡандар. Атап әйткәндә, бюджет аҡсаһына бында 27 етем бала өсөн торлаҡ һатып алынған. Улар араһында Ольга Боброва (уны өләсәһе тәрбиәләй) һәм Ксения Алешкова (ул күп балалы әсә Ирина Вервельскаяның тәрбиәгә алынған ғаиләһендә үҫә). Ирина ире Вәхит Вәлиев менән бергә бөтәһе 26 бала үҫтергән, шуларҙың 23-ө тәрбиәгә алынған.

Аралашыу барышында Ксения ире Азаматтың махсус хәрби операцияла ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Радий Хәбиров уның менән телефон аша шылтыратып һөйләште һәм хәрби хеҙмәткәрҙең бәләкәй Ватанына ҡыҫҡа ваҡытлы отпускка ҡасан ҡайтыуы менән ҡыҙыҡһынды.

– Яҡын арала уҡ яугирҙәребеҙҙең килеүен көтәбеҙ. Апрель башында күп егеттәр ҡайтырға тейеш, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Благовещенда Радий Хәбиров физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү барышы менән дә танышты. Спорт үҙәген 2025 йылдың аҙағына тиклем тапшырырға планлаштыралар. Әле объектта свайлы майҙанды төҙөкләндереү буйынса эштәр бара.

Республика Башлығы төҙөлөш майҙансығын ҡараны һәм проект буйынса ағымдағы мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Күп функциялы үҙәк үҙ эсенә 25 метр оҙонлоҡтағы дүрт юллы йөҙөү бассейнын, волейбол, баскетбол, мини-футбол буйынса дәрестәр өсөн универсаль спорт аренаһын, шулай уҡ көрәш секцияларын һәм тренажер залын аласаҡ.

Төҙөлөш хаҡы - 517 миллион һум. Объектты финанслау Республика социаль маҡсатлы программалар фонды аша бара.

– Благовещен районы – афариндар. Бында скверҙар, йәмәғәт киңлектәре барлыҡҡа килгән. Благовещенда Физкультура-һауыҡтырыу комплексы булманы, хәҙер уны төҙөйбөҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн халыҡ менән һөйләштем, ҡала буйлап йөрөү күңеллегә әйләнде, тиҙәр.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru

"Ҡала буйлап йөрөү күңелле, тиҙәр"
"Ҡала буйлап йөрөү күңелле, тиҙәр"
"Ҡала буйлап йөрөү күңелле, тиҙәр"
"Ҡала буйлап йөрөү күңелле, тиҙәр"
"Ҡала буйлап йөрөү күңелле, тиҙәр"
"Ҡала буйлап йөрөү күңелле, тиҙәр"
"Ҡала буйлап йөрөү күңелле, тиҙәр"
"Ҡала буйлап йөрөү күңелле, тиҙәр"
"Ҡала буйлап йөрөү күңелле, тиҙәр"
"Ҡала буйлап йөрөү күңелле, тиҙәр"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: