Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2023, 20:50

 "Бергәләп уға фронтҡа шылтыраттыҡ"

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең ғаиләһендә булған. 

"Бергәләп уға фронтҡа шылтыраттыҡ"
 "Бергәләп уға фронтҡа шылтыраттыҡ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещен ҡалаһында эш сәфәре менән барған саҡта яңы йортта өй туйлаған ғаиләлә булған. Ошо хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.

“Благовещенда эш сәфәре ваҡытында яңыраҡ тапшырылған йортҡа ҡунаҡҡа индем. Асыҡланыуынса, ҡунаҡсыл хужаларҙың береһе – Ксенияның ире махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бергәләп уға фронтҡа шылтыраттыҡ.

Аллаһ Тәғәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бөтә яугирҙәребеҙҙең ғаиләләренә лә изгелек һәм йылылыҡ бирһен.

Эшләгеҙ, туғандар, ә беҙ һеҙҙең яҡындарығыҙ тураһында хәстәрлек күрәсәкбеҙ. Өйгә еңеү менән тиҙерәк ҡайтығыҙ”, – тип яҙған республика етәксеһе.

Фото: vk.com

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: