Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2023, 13:19

Ир ҡәҙере ил менән

Иҫке Сибайҙа көслө затты хөрмәтләнеләр.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында бер генә көн дә буш үтмәй: йыл башында ауыл хакимиәте башлығы етәкселегендәге киңәйтелгән кәңәшмәлә ҡабул ителгән планға ярашлы, ауыл төрлө спорт һәм мәҙәни сараларҙан гөрләп тора. Конкурсҡа барыһы ла берҙәм ҡушылды, айырым сәм һәм дәрт менән еңеүгә үҙ өлөшөн индереп ҡалырға тырыша.

Алда телгә алынған кәңәшмәлә ауыл советы депутаттары, учреждениелар етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, әүҙем йәмәғәтселәр бер тауыштан ир-егеттәрҙең бәҫен күтәреү, уларға ҡарата ихтирам һәм хөрмәт уятыу маҡсатында күләмле сара үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына Сибай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сибай Утарбаевтың шәхсән етәкселеге аҫтында байрамға әҙерлек эштәре башланды. Хакимиәт башлығы өсөн генә түгел, бөтә ауыл халҡы, ойошма-учреждениелар етәксе­ләре, битараф булмағандар өсөн көндө төнгә ялғап йүгергән, тегенеһен-быныһын хәстәрләгән тынғыһыҙ көндәр булды ул.

Төп баҫым, әлбиттә, ауылда төпләнеп, ата-олатайҙар нигеҙен һыуытмай, тыуған йорт, тыуған ауыл ҡотон һаҡлап йәшәгән уҙаман­дарыбыҙҙың йәшәйешенә яһалды. Бер үк ваҡытта ситтә йәшәгән Иҫке Сибай ауылы егеттәренең исемдәрен барлау, уларҙың халыҡ хужалығын үҫтереүҙәге уңыш-ҡаҙаныштарын асыҡлау, йәшәгән урындарын, бәйләнешкә инеү сыға­наҡтарын билдәләү эше киң йәйел­дерелде. Ауылыбыҙға дан килтергән, яҡташтарының ғорурлығы булған ир әһелдәренең урындары байрам түрендә булырға тейеш бит!

Көсөргәнешле һәм ныҡышмал әҙерлек менән булышып, билдәләнгән көн тиҙ арала килеп тә етте. Йәл, көндәрҙең бер аҙ боҙолоп, ҡар-бурандар уйнап тороуы менән бәйле, алдан билдәләнгән байтаҡ байрам сараларын кисектереп торорға мәжбүр булды ойоштороусылар. Мәҫәлән, оҫта ҡуллы уҙамандарыбыҙҙың үҙәк урамдың буйынан-буйына һуҙыласаҡ күргәҙмәһе, спорт ярыштары һәм уйындары, ситтән килгән оло ҡунаҡтарҙы аҡ тирмәләр ҡороп ҡаршы алыу ише милли колоритлы изге ниәттәр бойомға ашырылмай ҡалды. Шуға ла мәҙәниәт йортоноң иркен фойеһына һыйҙыра алған тиклем әйберҙәр генә ҡуйылды.

Ауыл таланттары арҙаҡлы ауылдаштарын шартына килтереп ҡаршы алды. Ҡунаҡтарҙың да ниндәйҙәре бит әле! Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Буранбай Рәфҡәт улы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Замир Рәфҡәт улы, шәхси эшҡыуар Шамил Рәфҡәт улы Күсәбаев­тар, Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы Тәлғәт Ғәйәр улы Ишбирҙин, Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетов, БР Эске эштәр министрлығының отстав­калағы подполковнигы Юлай Ғәзиз улы Байегетов, Сибай электр селтәрҙәренең электр тапшырыу линияһы бүлеге начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы Кәрим Шәрифулла улы Илтинин, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәмил Рәхмәт улы Айытҡолов, ауылдаштарының саҡырыуын ихлас ҡабул итеп, юл өҙәремлегенә ҡарамай ашҡынып ҡайтып төштө.

– Тыуған ауылыма ҡанатланып ҡайттым! – тип тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлаша, мәҫәлән, Буранбай Рәфҡәт улы. – Шул тиклем матур һәм ентекле әҙерләнгәндәр. Бар ерҙә лә тәртип һәм ҡунаҡсыллыҡ хөкөм һөрә. Ауылыбыҙ ҙа нисектер яңырып, тағы ла матурланып ҡалған һымаҡ. “Айыҡ ауыл” исеме өсөн көрәшкә баҙнат итеп сығыуҙары ғына ла маҡтауға һәм хуплауға лайыҡ! Әлбиттә, бар кешене лә эскелектән, башҡа алама ғәҙәттәрҙән ваз кистереү мөмкин түгел. Уның ҡарауы, йәш быуынды дөрөҫ юлға әйҙәргә, уларҙа сәләмәт тормошҡа ышаныс уятырға мөмкин һәм кәрәк. Иҫке сибайҙарға ошо мәртәбәле конкурста еңеп сығыуҙарын теләйем. Беҙ, ситтә йәшәгәндәр, иһә ауылдаштарға бар яҡлап ярҙам итергә, уларҙы күтәрмәләп торорға һәр саҡ әҙербеҙ.

Тамашаға килгән ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар һәр күргәҙмә янында туҡталып, ҡуйылған әйберҙәр менән ныҡлап ҡыҙыҡһынды, теге йәки был эштең нисек ғәмәлгә ашырылыуын һорашты, оҡшаған өлгөләргә һоҡланыуҙарын йәшермәне.

– Беҙҙең “Шәфәҡ” ағинәйҙәр ойош­маһы ике йыл инде әүҙем эшләп килә, – тип үҙҙәре менән таныштыра ойошма етәксеһе Илүзә Йосопова. – Мөслимә Илтинина, Миңлизә Ишмөхәмәтова, Ғилмиә Айытҡолова, Дилә Ирназарова, Фатима Илтинина, Таңһылыу Баймыр­ҙина, Гөлшат Тулыбаева менән эш башланыҡ. Яңыраҡ беҙгә Рәйлә Ишмырҙина килеп ҡушылды. Илһө­йәрлек, телһөйәрлек рухында күберәк балалар менән эшләүҙе төп йүнәле­шебеҙ итеп алдыҡ. Халҡыбыҙҙың боронғо өҫ һәм аяҡ кейемдәрен өйрәнеүгә, уларҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Бөгөнгө сараға, махсус рәүештә тула баҫып, малайҙар һәм ирҙәр сарыҡтары тегеп алып килдек. Бынан тыш, сергетыштар тектек, кейеҙ баҫтыҡ һәм ирҙәр өсөн янсыҡтар, йәғни кисеттәр сиктек. Алкоголһеҙ эсемлектәр, үлән сәйҙәре күргәҙмәһе лә байрамға килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Нимә генә тиһәк тә, ир-егеттәр – беҙҙең төп терәгебеҙ, яҡлаусыларыбыҙ һәм һаҡлаусыларыбыҙ. Шуға ла “Бөркөттәр оя ташламай” тип исемләнгән мәртәбәле байрамда ҡатнашыуыбыҙға, ирҙәребеҙгә әҙме-күпме хөрмәт күрһәтә алыуыбыҙға бик шатбыҙ.

Балаҫ һуғыу станогы артында бар донъяһын онотоп балаҫ һуғып ултырған ағайға иғтибар итмәй үтеп китеү мөмкин түгел. Етмешенсе тиҫтәһен ваҡлаған Юлай Баязитов был эш менән байтаҡтан шөғөлләнә икән.

– Йәшерәк саҡта ошо эштең ысын оҫтаһы – Һеңрән ауылында йәшәгән ҡәйнәм Шәрифъямал Сәлимованан өйрәнеп ҡалдым мин, – ти ул. – Башта шаярып ҡына булыша инем, олоғая килә ысынлап тотондом. Бер-ике йыл элек бәләкәй станок та һатып алдым. Күреүегеҙсә, насар сыҡмай, шикелле, эшем...

Рәфил Маннаповтың тимерҙе сүкеп яһаған сәскәләре лә һушты алырлыҡ ине. Уларға һәр кем һоҡланып баҡты. Ғөмүмән, күргәҙмәгә ҡуйылған һәр әйбер үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ һәм күңел йылыһын һалып эшләнеүе менән иғтибарҙы йәлеп итте.

...Билдәләнгән ваҡытҡа ҙур тамаша залында алма төшөр урын юҡ ине инде. Ауылыбыҙ бөркөттәрен – ихтирам-хөрмәткә лайыҡ ир-егеттәребеҙҙе тәбрикләү тантанаһына олоһо ла, кесеһе лә эркелеп килде – барыһы ла оло байрамдан ниндәйҙер үҙенсәлекле яңылыҡ, хәтерҙә уйылып ҡалырлыҡ тантана, сағыу сығыштар көтә...

Ә байрам, ысынлап та, юғары кимәлдә үтте! “Бөркөттәр оя ташламай” тигән сара исемен тулыһынса аҡланы, тип әйтергә мөмкин. Көслө зат вәкилдәре исеменә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде был кистә, әллә күпме маҡтау, данлау һүҙҙәре еткерелде.

Байрамды ойоштороусылар ҙур ауылды ҡат-ҡат күҙҙән үткәреп, һәр йортҡа, һәр ихатаға байҡау яһаны, ғаилә башлыҡтарының ыңғай яҡтарын, телгә алырҙай эштәрен барланы һәм һәр береһенә айырым-айырым баһа бирҙе.

Иҫке Сибайҙа тыуып-үҫеп, тыуған ауылында фиҙакәр хеҙмәт юлы үткән ветеран – йөҙөнсө тиҫтәһен ваҡлаған аҡһаҡал Хәтмулла Хәбибулла улы Һунаршинды сәхнәгә саҡырғанда тотош зал көслө алҡыштарға күмелде. Быуат йәшендәге олатайҙың, күкрәгендәге орден-миҙалдарын зыңлатып, еңел аҙымдар менән түргә үтеүе һоҡлан­маҫ­лыҡмы ни! Афарин, уҙаман! Һаулы­ғыңдан, күңел көрлөгөнән айырмаһын Хоҙай!

Ауылдың арҙаҡлы ғаиләһе нәҫеленән булған Гөлнара һәм Азамат Шакировтар нәҡ ошо көндәрҙә Демир исемле улдарын ҡулдарына алған икән. Малай “Иң йәш бөркөт” исеменә лайыҡ булды! Милләтебеҙҙең, илебеҙҙең лайыҡлы киләсәге, ауылыбыҙ ғорурлығы булып үҫ, сабый!

Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе­ләрҙең асылыбыҙға ҡайтыуы, дингә тартылыуы, иман һәм әҙәп төшөнсәләрен алға ҡуйып көн итеүҙәре матур күренеш. Ауыл халҡын дингә әйҙәгән, милли үҙаңға саҡырған дин әһелдәре Рәсүл Мәмбәтназаров, Фәрит Илғыуатов, Ринат Ибраһимовты ла ихтирам менән телгә алып үтте сараны ойоштороусылар һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Артабан бик күп уҙамандарыбыҙ төрлө номинациялар буйынса билдәләп үтелде. Мәҫәлән, Фәйез Иҙрисов “Милләт ҡото”, Руслан Иҙрисов, Рәил Күсәбаев, Бүләк Ишемғолов, Амур Ыласынов, Рөстәм Шәрипов – “Ишле ғаилә – ил күрке”, ата-олаталары һөнәренә тоғро ҡалған Лотфулла Илтинин, Юлай Күсәбаев – “Династияны дауам итеүселәр”, Фәрит Нәбиуллин – “Ерҙең даны – ирҙән”, шәжәрә ептәрен генә түгел, тотош ауыл тарихын өйрәнгән уҙаман Сабит Утарбаев – “Тарих – киләсәк нигеҙе”, ватан алдындағы изге бурыстарын намыҫ менән үтәгән Рәфис Ғәйсәров, Рәфил Маннапов, Ринат Йәнйегетов, Илдус Ҡаһарманов “Ҡаһарман батырҙарыбыҙ” номинацияларында билдәләнде.

Ауылдың һәр башланғысы башында йөрөгән иң әүҙем ир-егеттәре Наил Дәүләтбаев, Сәлих Рафиҡов, Ғәлиәхмәт Байтурин, Рәфис Ғәйсәров, Юлай Ибраһимов, Өлфәт Ғәлиәхмәтов, Ирек Иҙрисов иһә “Еренә ереккәндәр” номинацияһында бүләккә лайыҡ булды. Рәил Бикҡолов, Рафаэль Мостафин, Ишбулат Усманов, Данил Батыршин ауылдаштарын балта оҫталары булараҡ һөйөндөрөп йәшәй. Улар сәхнәгә “алтын ҡуллы”лар булараҡ күтәрелде.

Иҫке Сибай һылыуҙарына ғашиҡ булып, ошонда төпләнеп ҡалған һәм ерегеп йәшәгән уҙамандар Фәтих Сафин, Әбделғәлим Мөхәмәҙиев, Сәлих Ғәйсәров та иғтибарһыҙ ҡалманы.

Айгиз Хөсәйенов, Фәнзил Уралбаев, Илнар Утарбаев, Вилдан Иҙрисов, Илнур Ибраһимов – ауыл тотҡаһы булырҙай өмөтлө йәштәр. Улар “Ауылдың киләсәге” номинацияһына лайыҡ булды.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Мораҙым Әлебаев, киләсәктәрен сәнғәт менән бәйләгән егеттәребеҙ Салауат Кинйәбаев, Алмаз Мәмбәтовҡа ла ҙур өмөт бағлай яҡташтары. Һеҙгә уңыштарға бай сығыштар һәм сәнғәт күгендә йондоҙ булып балҡыуығыҙҙы теләйбеҙ!

Урындағы торлаҡ-коммуналь хужа­лығы тракторсыһы Флорид Илтинингә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Ҡышҡы айҙарҙа урамдарҙы көрттән таҙартҡан, бәлә-ҡаза килгәндә тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыҡҡан был егет ауыл халҡы араһында хаҡлы абруй менән файҙа­лана. Үҙеңә булған хөрмәтте юғалтмай йәшә, уҙаман!

Иҫке Сибай ауылының ғорурлығы булған, уның данын һаҡлап йәшәгән һәм бөгөнгө байрамға ололап саҡырылған ауылдаштарыбыҙ сәхнәгә күтәрелгәндә, тамашасылар уларҙы көслө алҡыштар менән аяғүрә ҡаршы алды. Арҙаҡлы ҡунаҡтарҙың ауылдаштарына әйтер һүҙҙәре тос һәм берәгәйле ине. Һәр береһе уларға ошондай кәрәкле, мәғәнәле һәм матур байрам өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеү яулауҙарын теләне. Ә Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегет дәртле йырҙары менән һөйөндөрҙө.

Бер нисә сәғәткә һуҙылған сағыу тамашанан бер кем дә ялҡманы. Ул ауыл таланттарының сағыу концерт сығыш­тары менән байытылып, милли рух менән һуғарылып барҙы. Байрам алдынан ғына “Байыҡ” телевизион конкурсында икенсе турға үтеп ҡайтҡан “Атайсал” бейеү ансамбленең (етәксеһе Алһыу Хафизова), “Яҙгөл” халыҡ ансамбленең, “Умырзая” ансамбленең, йырсылар Булат Заһиҙуллин, Нәйлә Рафиҡова, Урал Нәбиуллин, Вилиә Танһыҡҡужина, Азалия Фәйзуллина­ларҙың, нәфис һүҙ оҫтаһы Нәйлә Моталлапованың, “Аэрофлит” ансам­бленең сығыштарын тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде.

Шулай ҙа ошо юлдар авторының нәҡ бөгөнгө байрамға арнап яҙылған һүҙҙәренә һәүәҫкәр композитор – Рәсәй экологы, биология фәндәре докторы академик Йәлил Һөйөндөков ижад иткән “Бөркөттәр оя ташламай” йыры тамаша­ның иң юғары нөктәһе булғандыр. Йыр һәр кемдең күңеленә хуш килде һәм хуплау тапты.

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үткәрелгән ҙур байрам тантанаһы күңелдәрҙә яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы. Ауылдаштарымдың ошо мәртәбәле конкурста еңеп сығыуҙарын теләп, һүҙемде үрҙә телгә алынған йырҙың ҡушымтаһы менән тамамлайым:

Сабый саҡтағы бишектәй

Тыуған ерем ҡосағы!

Иҫке Сибай, тип яныуым,

Мәңге йәшәһен ауылым,

Һис һүнмәһен усағы!

...Бөркөттәр оя ташламай –

Күңелем тыуған ерҙә!

Сәстәргә сал ингәндә лә,

Һағынам һине гелдә лә,

Онотмамын ғүмерҙә!


Мотал Рәмов

Читайте нас: