Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2023, 21:00

"Миңә Әлиә генә түҙә..."

Ришат Төхвәтуллин нисек кәләш һайлауы тураһында һөйләгән. 

"Миңә Әлиә генә түҙә..."
"Миңә Әлиә генә түҙә..."

Яратҡан йырсыбыҙ Ришат Төхвәтуллиндың 8 март байрамы алдынан һөйгән ҡыҙы, йырсы Әлиә Ҡарасуринаға тәҡдим яһауы тураһында хәбәр иткәйнек. Әле ул “Туған тел” каналына биргән интервьюһында үҙенең нисек кәләш һайлауы тураһында һөйләгән.

– Күп йылдар дауамында “Ҡасан өйләнәһең?" тип һоранылар. Үҙемдең ҡасан да булһа кәләш алырымды белә инем. Тик был һорау барыбер күптәрҙе борсоно. Бер саҡ хатта минең турала төрлө һүҙҙәр йөрөй башланы. “Ул нормальныймы икән, өйләнергә уйламай бит?” тигәнде лә ишеткәнем булды. Халыҡ күп фекерле. Нисә мең кеше – шул тиклем фекер залда, – тигән Ришат.

Йырсы белдереүенсә, ул өйләнеү мәсьәләһенә күптән әҙер булған. "Тик бер ҡауышҡас, ул ғүмерлеккә булырға тейеш тип уйлайым, шуға ваҡиғаларҙы ашыҡтырманым. Атайым менән әсәйемде ҡарайым да тормошта мөхәббәттән тыш сабырлыҡ та кәрәк икәнен аңлайым. Миңә кем түҙә алыр икән тип уйланым”, – ти ул.

Әлбиттә, билдәле йырсының тормошонда матур ҡыҙҙар күп була.

– Барыһы араһынан Әлиәне һайлап алдым. Сөнки ул сабыр, миңә түҙә, йылдар аша һыналған. Хоҙай насип итеп, атай-әсәйем кеүек матур ғаилә ҡорорға, мәңгелеккә бергә булырға ине, – ти ул.

Фото: bileton.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: