Ауыл халҡы өсөн иң яҡын етәксе кем тип уйлайһығыҙ? Староста, әлбиттә. Яҡшы староста – ауылдың тотҡаһы. Улар – ерле хакимиәттең беренсе ярҙамсылары, ауыл проблемаларының уртаһында ҡайнаусылар. Ауылдаштары өсөн староста – социаль хеҙмәткәр ҙә, психолог та, коммуналсы ла. Һәм былар барыһы ла йәмәғәт башланғыстарында эшләнә.
Тыуған ауылы Вязовканың һәр мөйөшөн белә Фәнис Вәлинуров.
– Ауыл халҡын ойоштороу еңел түгел, сөнки бөгөн һәр кем күбеһенсә үҙе тураһында уйлай, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға атлығып тормай. Үҙ өлгөңдә халыҡты ҡуҙғатырға кәрәк, юҡһа ауыл юҡҡа сығасаҡ. Староста итеп һайлап ҡуйылғанһың икән, тимәк, ауыл халҡы һиңә ышана, һин уларҙың һәр береһе өсөн яуап бирәһең, – ти Фәнис Сабирйән улы.
Фәнис бик иртә атайһыҙ ҡала. Ғаиләлә биш бала булалар. Кескәй саҡтан донъя йөгөн тартырға өйрәнеп,үҙаллы тормошҡа әҙерләнеп үҫә ул. Бигәнәй урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 1985 йылда туған колхозында хеҙмәт юлын башлай: тракторсы, комсомол ойошмаһы секретары, профком рәйесе, хужалыҡ рәйесе урынбаҫары, бригадир була. Ниндәй генә эште башҡарһа ла, теүәл һәм еренә еткереп үтәй уларҙы.
– Халыҡтан башҡа староста әллә ни эш башҡара алмай. Быйыл ауылыбыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейын уҙғарҙыҡ. Ошо уңайҙан еләк-емеш баҡсаһы ултырттыҡ. Йылына ике-өс тапҡыр урамдарҙы, йорт тирәләрен, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү, ағас ултыртыу буйынса өмәләр уҙғарабыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: әйткәнде лә көтмәй, үҙҙәре белеп эшләүселәр артҡандан-арта. Ауыл хакимиәте биләмәһе, ауылдаштар ярҙамы менән спорт майҙансығының ҡоймаһы яңыртылды. Кешеләрҙе туплап, ойоштороп ебәреү генә кәрәк, аҡсаһы ла йыйыла, эше лә башҡарыла, – тип һүҙен дауам итте Фәнис Сабирйән улы.
Ауыл старостаһы бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй. Балаларҙың, йәштәрҙең киләсәге өсөн дә борсола ул. Ауылда йәштәрҙең ҡалмауы, мәктәптең ябылыуы ла уны уйландыра.
– Балалар өсөн ял майҙансығы булдырыу, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә обелиск төҙөү пландары менән йәшәйбеҙ, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты староста.
Фәнис Сабирйән улы тормош иптәше Ульяна Шәйхулла ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, ике балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Ҡыҙҙары Диана эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнһә, улдары Ранис Тәтешле электр селтәрҙәре хеҙмәтендә эшләй.
Ауыл старостаһы һәр кем өсөн үрнәк булырға тейеш. Фәнис Вәлинуров тап шундайҙарҙан. Тыуған ауылының матурланыуы – уның өсөн иң ҙур бүләк.
Сирена РӘХИМЙӘНОВА
Тәтешле районы.