Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2023, 13:05

Яҡты булһын урамдар

Программа дауам итә.

elektrik-a.su
Фото:elektrik-a.su

Республиканың муниципаль берәмектәрендә урам яҡтыртыуын яҡшыртыу программаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2019 йылда башланғайны. Һөҙөмтәлә 40 меңдән ашыу яҡтыртҡыс ҡуйылды һәм алмаштырылды.

Һуңынан программа туҡтатылды, әммә Радий Хәбировтың башланғысы буйынса быйыл тергеҙелә. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡа­рыусы Ирина Голованова хәбәр итте.

Программаны ғәмәлгә ашырыуға ағымдағы йылда Башҡортостан бюджетынан 200 миллион һум бүленә, был социаль объекттарға, мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына юлдарҙы яҡтыр­тыуға бәйле хәлде яҡшыртырға тейеш. Программала 63 муници­пали­тет ­ ҡат­наша. Эштәрҙе 1 авгусҡа тамамларға планлаштыралар.

Бынан алда Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, ҡала Советы депутаттары алдында сығыш яһап, Өфөлә урамдарҙы яҡтыртыу систе­маһын тулыһынса яңыртырға йыйы­ныуҙары тураһында хәбәр иткәйне.  Быйыл 6 февралдә хакимиәт ҡала урамдарын яҡтыртыуҙы үҙгәртеп ҡороу буйынса энергетик сервис килешеүенә ҡул ҡуйғайны – был 47 мең яҡтыртҡыс тигән һүҙ. Һөҙөмтәлә электр энергияһын тотоноу, бөгөнгө ҡулла­нылған ресурстар менән сағыштырғанда, 60 процент ҡына тәшкил итәсәк.

– Сағыу һәм аҡ яҡтыртыуға күсәбеҙ. Ҡала хәҙер матурыраҡ күренәсәк һәм хәүефһеҙлек тә артасаҡ, – ти Ратмир Мәүлиев.

Бынан тыш, былтырғы йыл барышында “Таҙа күк йөҙө” проекты сиктәрендә Йылҡыбай, Карпов, Самохваловка, Федоровка, Базилевка, Яңы Максимовка, “Башҡортостан сәскәләре” ҡала яны ҡасабаларында, 5-се кордон биләмәһендә,  Өфөләге  Непейцов дендропаркында һәм Маяковский скверында яҡтыртыу системалары булдырылды.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас: