Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2023, 13:24

Яуымбайым – үткәнем, бөгөнгөм һәм килер көнөм!

Йәш быуын өсөн ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр.

Минең тыуып-үҫкән ауылым – Яуымбай. Ауылымдың һәм уның ер-һыу атамалары тарихын бала саҡтан өйрәнеүгә әсәйем Эльмира Йәҙгәр ҡыҙы булышлыҡ итте. Урманға еләк, бәшмәк йыйырға барғанда, һәр ерлек тураһында әсәйем ҡыҙыҡлы итеп һөйләп, ауылымдың ер-һыуы тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятты. Әсәйемә уны Зәйтүнә өләсәйем менән Ишбулды олатайым мәрхүмдәр һөйләп ҡалдырған.

Мин ауылымды ныҡ яратам. Уның тураһында күберәк белгем, өйрәнгем, яңынан-яңы серҙәренә төшөнгөм килә.

“Урал батыр ере” асыҡ интернет конкурсында бик теләп ҡатнашам.

Яуымбай мәктәбенең география, биология һәм йәмғиәт белеме фәндәре уҡытыусыһы, Башҡортостан Республи­каһының мәғариф алдынғыһы Фаяз Бирғәле улы Ғизәтуллиндың бай йөкмәткеле “Яуымбайҙың хәтер китабы. Бөрйән районы Яуымбай ауылы тарихы һәм ер-һыу атамаларының килеп сығышы” исемле китабы ла тарихы­быҙҙы тәрән өйрәнеүгә булышлыҡ итте. Г.Р. Хөсәйенованың Бөрйән районы буйынса “Экспедиция материалдары-2009” китабындағы Яуымбай тарихы буйынса мәғлүмәттәр ҙә ҙур ярҙамсы.

Маҡсатым – ауылым тураһында артабан да өйрәнеү, асылмаған серҙәр туплау. Был эшемде башҡарыуҙа уҡытыусым, түңәрәк етәксем Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова ярҙам итә, бер урында туҡтап ҡалмаҫҡа өндәй.

Яуымбайҙың һәм ер-һыу атамалары­ның тарихы буйынса материалда­рымдың бер өлөшөн һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәм.

Яуымбай ауылында әлеге ваҡытта 160 хужалыҡ, 183 йорт, 670 кеше йәшәй тип иҫәпләнә. Ауылдың икенсе исем­дәре лә булған: Абласкин, Иҫке Ыҙма, Ҡайнөй. Был һанап үтелгән исемдәрҙең һәр береһендә – оло тарих.

Ауылға 1775 – 1780 йылдарҙа нигеҙ һалына, тип фаразлана. 1840 йылда, ауылдар барлыҡҡа килә башлағас, Яуымбай исеме ҡушыла. Атама ике ҡатыны булған 1779 йылғы Яуымбай Ҡошйетәров исеме менән бәйле.

Яуымбай бик бай кеше булған. Өйөр-өйөр йылҡыларын яланға йыйып иҫәпләмәһә, осона сыға алмаған. Ялан тулһа, мал теүәл, ә тулмаһа – малына бер-бер хәл булған, тимәк. Ҡыш көнө улар тибендә йөрөгән, яҙ еткәс, Яуымбай ҡарт Үҙән буйҙарында йәйләүгә күсенгән. Үҙе һәр саҡ алдан барыр булған, ә көтөүе артынан эйәргән. Ҡарт ауылдан өс саҡрым алыҫлашыуға, көтөүҙең артҡы осо саҡ ауылдан сыҡҡан. Оҫта ҡурайсы, йыраусы Яуымбай ҡартты бөтәһе лә ихтирам иткән. Ул уйнаған көйҙәр быуындан-быуынға күсә килгән.

Яуымбайҙа бик матур һәм мөғжи­зәле урындар бихисап. Ауылдың һырт яғында ҡоҙоҡ бар. Уның һыуы таҙа, йомшаҡ булғанлыҡтан, “Аҡ ҡотоҡ” исемен алған ул. Кер йыуырға был һыу бик уңай булған.

Ишбулды ҡоҙоғо Ҡайнөй йылғаһы буйында урынлашҡан. Ул ҡоҙоҡто минең олатайым Ишбулды Хәйбулла улы Назаров ҡаҙыған. Элек өләсәйемдәр унан биҙрә менән көйәнтәләп һыу ташыған. Әле лә һыуын ҡулланабыҙ, ул бик таҙа һәм шифалы.

Көнтеймәҫ тауы – Яуымбайҙан Байназарға китеп барған, юлдың һул яғындағы тау. Ул ҡояш нурҙары төшмәгән өсөн үрҙәге исем менән йөрөтөлә. Ҡыш көнө бында бөтөнләй ҡояш төшмәй. Көнтеймәҫ тауындағы ағастар шаулаһа, көн аяҙ була, тип тә әйткән оло кешеләр.

Хисмәт сабыны – Яуымбайҙан оло юл буйлап Мәһәҙей яғына барғанда, Дүртсүмәле тауына күтәрелгәс, ялансыҡ бар. Элек шул урында Хисмәт тигән кеше бесән сапҡан.

Айбикә тауы, яланы, үҙәге, шишмәһенең дә үҙ тарихы бар. Бер ғаилә сабынлыҡта бесән эшләп йөрөгән ваҡытта, ҡатын ауырып китеп, уның ҡыҙ балаһы тыуған. Тулы ай ваҡыты булғанлыҡтан, уға Айбикә тип исем ҡушҡандар. Шунан халыҡ был ҡыҙ донъяға килгән урынды Айбикә тауы, яланы, үҙәге, шишмәһе тип атап йөрөтә башлаған.

Оло юлдан Байназарға барғанда, Тумарҙыҡ яланын үткәс, һул яҡтағы ялан Майғойған тип атала. Тумарҙыҡ менән Майғойған араһында бер бик һалҡын соҡор бар. Элек бесәнселәр май иремәһен, һөт әсемәһен өсөн ризыҡтарҙы шунда ултыртып торор булған.

Үтә тишек ҡаяһы Бешәке йылға­һына төшкән ерҙә урынлашҡан. Ул ҡая – тау тишеге. Был ерҙә эзбизташ күп булған. Ямғыр мәлендә һыу шуны йыуып, ебеткән. Тауҙағы эзбизташ йыуылып, тишек барлыҡҡа килгән. Шунан һуң был ҡаяны Үтәтишек ҡаяһы тип йөрөтә башлайҙар.

Ҡара тәкә яланы ла үҙ тарихын һаҡлай. Бесән эшләп йөрөгәндә бер ҡарт, яңғыҙы арып, бесәнселәр яллаған. Бесәнселәрҙе ашатыр өсөн ошо яланда ҡара тәкәһен ҡорбан итеп салған.

Ташөй мәмерйәһе яланында соҡор эсендә бәләкәй батҡаҡлы күл булған. Шул күлдә бер кешенең туры аты батып үлгән. Күлдең һыуы кибеүгә дусар була. Был ер Турат соҡоро исеме менән тарихта ҡалған.

Саптарат яланында элек йыйындар, ат ярыштары, һабантуйҙар үткәрелгән. Ат ярыштарында күбеһенсә саптар аттар еңгән. Яуымбайҙан Әбделмәмбәт ауылы яғына китеп барған юлдағы бер урамы Ленинград исеме менән йөрөтөлә. Был яланда элек мал да көткәндәр, үлән дә сәскәндәр. Ауылда өй һалыу өсөн урын ҡалмай башлағас, уны төҙөлөш өсөн биргәндәр. Йәш сағында бер апай Өфөнән һуң Ленинград ҡалаһына барып эшләй. Ауылға бер ҡайтҡанында, “Уфа не город, вәт, Ленинград , исмаһам, город”, тиеп һала. Мәрәкәсел халыҡ быны эләктереп ала.

Ниһайәт, теге апай ауылға ҡайтып, ошо яланға өй һалып, йәшәй башлай. Шунан халыҡ был ерҙе Ленинград урамы тип атаған.

Вертолет яланы – ул урында геологтар вертолетта осоп килеп ер тикшереп йөрөгән. Вертолет йыш төшкәнгә, был яланды шулай атап йөрөтә башлағандар.


Элина ХӘЙБУЛЛИНА,
Бөрйән районы Яуымбай мәктәбенең VII класс уҡыусыһы

Читайте нас: