Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2023, 13:20

Йорт тирәһен ҡарҙан таҙартҡандар

Ирекмәндәр ярҙамға ашыға.

bashkortostan.er.ru
Фото:bashkortostan.er.ru

Бишбүләк районында “Берҙәм Рәсәй”ҙең Йәш Гвардияһы” ирекмәндәренә хәрби хеҙмәткәрҙең ғаиләһе йорт тирәләй ҡар таҙартыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.

Әүҙемселәр кисекмәҫтән үтенесте ҡәнәғәтләндергән. Улар йорт ихатаһын да, юлды ла таҙартып, тәртипкә килтергән. Ғаилә ирекмәндәргә ихлас рәхмәт белдергән.

“Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ҙур теләк менән ярҙам итәбеҙ. Ойошмабыҙҙа ярҙамсыл, әүҙем йәштәр булыуға шатланып бөтә алмайбыҙ. Уларға барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт! Эште артабан да бергәләп дауам итәбеҙ”, – тине “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы”ның Бишбүләктәге бүлексәһе етәксеһе Галина Кудряшова.


Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас: