Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2023, 13:04

Зәңгәр яғыулыҡ ҡулланыу артасаҡ

Сертификаттар бирелә.

pervo.ru
Фото:pervo.ru

Һуңғы өс йылда Башҡортостанда 6680 ғаилә газ һуҙыу өсөн сертификаттар алған. Газ үткәреү программалары буйынса кәңәшмәлә республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин ошо хаҡта һөйләне.

– Республикала 2019 йылдан йортҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыу тәртибе ҡабул ителгән. “Газпром” газды ер участкаһы сигенә тиклем килтерә, ә граждандарҙың айырым категорияларына республика иҫәбенә эштәрҙе башҡарыу һәм ҡорамалдар һатып алыу өсөн сертификат бирелә, — тине ул.

Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына социаль газ үткәреү программаһын ғәмәлгә ашырғанда өҫтәмә ярҙам күрһәтеү ҡарала. Рәсәйҙә түләүһеҙ газ үткәреү программаһы илебеҙ Президенты Владимир Путиндың Рәсәйҙең Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә лә телгә алынғайны. “Түләүһеҙ газ үткәреү программаһына социаль объекттарҙы – балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе, поликлиникаларҙы, дауаханаларҙы ла индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде, ә граждандар өсөн был программа даими нигеҙҙә эшләйәсәк”, – тине Президент.

Иң тәүҙә һүҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, аҙ килемле ғаиләләр, ишле ғаиләләр хаҡында бара. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин белдергәйне.

Социаль газ үткәреү программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән бер йылдан ашыу элек бойомға ашырыла башланы.  Хәҙер социаль газ үткәреү программаһының ваҡыты сикләнмәй, ул медицина һәм белем биреү ойошмаларына ҡағыла.

– Атҡарылған эш һөҙөмтәһендә йөҙәр меңләгән ғаиләнең йортона газ үтте. Ләкин кәрәкле ҡорамалдың һәм уны газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙың ҡиммәт булыуы сәбәпле, әлегә бынан бөтәһе лә файҙалана алманы. Дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса граждандарыбыҙҙың ҡайһы бер категорияларына өҫтәмә ярҙам күрһәтеү ҡарала. Тәү сиратта — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, аҙ килемле ғаиләләргә, күп балалы ғаиләләргә, — тине Михаил Мишустин.

Субсидия күләме — 100 мең һумдан ашыу. Хөкүмәт бюджет тәьминәте түбән булған төбәктәргә сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплай. Бының өсөн 2023 йылда яҡынса 2,5 миллиард һум бүленә. Аҡса 54 төбәккә йүнәлтелә.

Башҡортостанда социаль газ үткәреүгә хоҡуҡлы граждандарҙың категорияларының исемлеген киңәйтеүҙәре ихтимал. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте:

– 2019 йылдан Башҡортостанда ғаиләләрҙең айырым категорияларына (Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына, ветерандарына, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә) йортҡа газ һуҙыу өсөн сертификаттар тапшырабыҙ. Уҙған йылдың ноябренән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен ошо исемлеккә индерҙек. Хәҙер уны артабан киңәйтергә уйлайбыҙ. 2023 йылдың 1 ғинуарынан барлыҡ категориялар өсөн сертификаттың номиналы 100 мең һум тәшкил итә.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас: