Ошо көндәрҙә Благовещенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрө, Благовар, Благовещен, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм Мишкә райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән зона кәңәшмәһе үткәрҙе.
Фекер алышыуҙа министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, район һәм ҡала хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты. Улар биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен тикшерҙе.
Кәңәшмә алдынан республика Башлығы Благовещен районындағы иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарындағы предприятиеларҙың продукцияһы һәм ҡаҙаныштары күргәҙмәһен ҡарап сыҡты. Экспозицияла шулай уҡ урындағы сувенирҙар, тормошҡа ашырылған проекттар, туризм мөмкинлектәре һәм йәмәғәт башланғыстары тураһындағы мәғлүмәт менән стендтар урын алғайны.
Семинарҙағы сығышында төбәк етәксеһе төп бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн халыҡ менән бәйләнештең ҙур әһәмиәтен билдәләне. Иң мөһим бурыстарҙың береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү.
– Апрелдә мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта башлай, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Уларҙы лайыҡлы ҡаршыларға, кәрәк саҡта ярҙам итергә, мәсьәләләрҙе йылдам хәл итергә кәрәк. Был йәһәттән республика һеҙгә булышлыҡ күрһәтергә әҙер. Егеттәр ял итергә, дауаланырға һәм яңынан хәрби бурысын үтәргә китергә тейеш. Һәләк булған батырҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ, уларҙың ҡаһарманлығын мәңгеләштереү йәһәтенән сара күрергә тейешбеҙ.
Республика һуңғы йылдарҙа коронавирус сире һәм сит ил санкциялары шарттарында ла үҫеш йылдамлығын кәметмәне, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
– Инвестиция – бик мөһим күрһәткес. Дүрт йылда ул 40 проценттан ашыуға артҡан. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса иҡтисадҡа капитал һалыу күләме тәүге тапҡыр 500 миллиард һумдан ашып киткән, – тине Радий Хәбиров. – Яңыраҡ беҙ инвестиция ҡануниәтен анализланыҡ һәм либералләштереү йәһәтенән уға үҙгәрештәр индерергә ҡарар иттек. Тәү сиратта инвесторҙарға ер участкалары биреүҙе ябайлаштырабыҙ.
2022 йылдың йәнә бер мөһим күрһәткесе – Башҡортостанда ғүмер оҙайлығының 73 йәшкә тиклем артыуы.
– Был шул иҫәптән юлда, янғындарҙа, эскелектән үлем осраҡтарына ҡаршы көрәшебеҙҙең, һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү буйынса эшебеҙҙең һөҙөмтәһе, – тине Радий Хәбиров. – Кешенең йәшәү мөхите яҡшыртыу йәһәтенән әүҙем эш алып барабыҙ. Уның иҫәбенә транспортты, социаль объекттарҙы, йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу инә. Бөтә мәсьәләләрҙе планға ярашлы хәл итәбеҙ, социаль йүнәлешле программаларҙы һаҡлап ҡалдыҡ.
Төбәк етәксеһе 2021 йылда башланған “Атайсал” проектының ауыл биләмәләрен үҫтереү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
Кәңәшмә аҙағында Радий Хәбиров хакимиәт башлыҡтарына әүҙемлек һәм халыҡ менән үҙ-ара килешеп эш иткән өсөн рәхмәт әйтте.
Фото: glavarb.ru
Сығанаҡ: glavarb.ru